Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
22 Март 2023, 09:33

Халыҡтарҙы берләштергән байрам

һәр ваҡыттағыса ҙур әҙерлек менән бик күңелле уҙа

Халыҡтарҙы берләштергән байрам
Халыҡтарҙы берләштергән байрам

Төрлө милләт халҡы үҙ-ара дуҫ-татыу йәшәгән районыбыҙҙа  Науруз күптән барыһының да яратҡан байрамына, тыныслыҡ символына әйләнде. Быйыл ул Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы сиктәрендә Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте.
Сараға төрлө ауылдарҙан килгән ҡунаҡтарҙы Оло Шаҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәсил Аллаяров, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мөнир Нурисламов, район татарҙары конгресы рәйесе Илгиз Шәкүров сәләмләне. Улар ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашыусыларға һәм байрамды ойоштороусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Фойела Янағош, Уръяҙы, Бабай, Татарбай, Оло Шаҙы, Яңы Ҡарас ауылдары коллективтары ҡунаҡ өҫтәлдәре әҙерләгәйне. Гөбәҙиә, бәлеш, ҡыҫтыбый, бауырһаҡ, урама, сәк-сәк, ҡоймаҡ һымаҡ милли ризыҡтарҙан өҫтәлдәр һығылып торҙо.

Сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар гер күтәреү, арҡан тартыу буйынса ярыштарҙа, төрлө милли уйындарҙа көстәрен һынай алды. Кемдәрҙер тематик фотозонала фотоға төштө. Райондың үҙешмәкәр һәм фольклор коллективтары сығышы һәр ваҡыттағыса байрамға йәм өҫтәне.


Сара бер нисә конкурсты үҙ эсенә алғайны: “Сөмәләк”, “Наурузбикә ҡотлауы”, “Сыйырсыҡ ояһы”, “Сәк-сәк оҫтаһы”, “Бәлеш оҫтаһы”.
“Сөмәләк” конкурсында 1-се урынды — Бабай ауылынан Тәнзилә Әхәтова, 2-се урынды Уръяҙынан Әлиә Мортазина яуланы.
“Сыйырсыҡ ояһы” конкурсында беренселекте Яңы Ҡарас ауылынан Финат Шәйхинуров алды. Уръяҙынан Рөстәм Мортазин — икенсе, Янағоштан Рифҡәт Турьянов һәм Яңы Ҡарастан Василий Кашин өсөнсө урындарға лайыҡ булды.
“Наурузбикә ҡотлауы” конкурсында иң үҙенсәлекле ҡотлау Уръяҙы ауылы Наурузбикәһе Сулпан Мортазинаныҡы булып сыҡты. Ҡалған ҡатнашыусылар дипломдар менән билдәләнде.
“Сәк-сәк оҫтаһы” конкурсында Татарбай ауылы уңғаны Гөлназ Ғәлиәкбәроваға етеүсе булманы. Икенсе урынға — Яңы Ҡарастан Филсинә Шәйхинурова, өсөнсөгә Янағоштан Эльвира Заһитова сыҡты. Номинацияларҙа Әлиә Мортазина (Уръяҙы) һәм Рәмилә Шәйхлисламова (Оло Шаҙы) бүләкләнде.
“Бәлеш оҫтаһы” конкурсында жюриға иң тәмле, иң матурҙарҙы һайлау еңелдән булманы. Шуға күрә бөтә ҡатнашыусыларҙы дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнеләр.
Науруз байрамына килеүселәр бергәләп былау ашап, уны иртә менән ут яғып усаҡта тәмле итеп бешереүсе Әлмир Әхмәтшинға, Хәмит Хәбибуллинға һәм Гөлназ Шәйәхмәтоваға рәхмәт белдерҙе. Бик күңелле, сағыу уҙған саранан барыһы ла йылы тәьҫораттар алып таралышты.

Лилиә ХӘСӘНОВА.

Фото: Муниципальное бюджетное учреждение Мишкинский районный Дворец культуры муниципального района Мишкинский район Республики Башкортостан МБУ-Мишкинский РДК

Мишкә районы.

Халыҡтарҙы берләштергән байрам
Халыҡтарҙы берләштергән байрам
Халыҡтарҙы берләштергән байрам
Халыҡтарҙы берләштергән байрам
Халыҡтарҙы берләштергән байрам
Халыҡтарҙы берләштергән байрам
Халыҡтарҙы берләштергән байрам
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: