Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
20 Март 2023, 11:25

Матыла Науруз байрамы гөрләне

Сараға йәм өҫтәп, был көндө ҡояш та балҡып торҙо.

Матыла Науруз байрамы гөрләне
Матыла Науруз байрамы гөрләне

Балтас районының Маты ауылында Науруз – яҙҙы ҡаршы алыу байрамы үтте

Байрамға алдан уҡ әҙерлек эштәре алып барылды. Сараға йәм өҫтәп, был көндө ҡояш та балҡып торҙо. Ҡайнап торған самауыр, тәмле ҡоймаҡтар, бәлештәр ҡуйылған өҫтәл ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды.

Ауыл клубы мөдире Эльвера Солтанова байрамға йыйылған ҡунаҡтарҙы сәләмләп, Науруз байрамының килеп сығышын һәм уның мәғәнәһен аңлатты,  ҡотлап һәр ғаиләгә сәләмәтлек, именлек һәм муллыҡ теләне.

Күркәм сара бергәләшеп бейеүҙән башланды. Ҡыш бабай килеп инеп, барыһын да ҡотлап, Наурузбикәгә юл биреп, һаубуллашты. Ә Наурузбикә үҙ сиратында йырлы-бейеүле-уйынлы сараны дауам итте. Ниндәй генә ҡыҙыҡлы уйындар булманы!? Ололар ҙа балаларҙан ҡалышмай бар мәшәҡәттәрен онотоп күңел асты. Байрам аҙағында һаламдан эшләнгән ҡарасҡыны яндырҙылар. Был күренеш яҙ килеү һәм ҡыш китеүҙе сағылдыра. Ата-бабаларҙан килгән һынамыш буйынса, байрамды күңелле итеп үткәреүселәрҙең йылы уңышлы була.

Ауыл халҡы байрамдан бик ҡәнәғәт ҡалды, ойоштороусыларға рәхмәттәрен еткерҙе.

Фирғәт Нәбиуллин.

Матыла Науруз байрамы гөрләне
Матыла Науруз байрамы гөрләне
Матыла Науруз байрамы гөрләне
Матыла Науруз байрамы гөрләне
Матыла Науруз байрамы гөрләне
Матыла Науруз байрамы гөрләне
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: