Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
20 Март 2023, 12:13

Матурлыҡ өләшеүсе ханым

Зилә Низаметдинова 25 йылға яҡын халыҡты ҡыуандыра

Матурлыҡ өләшеүсе ханым
Матурлыҡ өләшеүсе ханым

Алтын ҡуллы, оҫта парикмахерҙар кешеләргә яҡшы кәйеф кенә түгел, кемгә ниндәй сәс йөрөтөү, нисек тәрбиәләү, буяу буйынса кәңәштәрен дә биреп, матурлыҡ бүләк итә. Ҡариҙел ауылындағы “Нур” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бөҙрәхана салонында эшләүсе Зилә Фәнзи ҡыҙы Низаметдинова шундайҙарҙан.
Зилә Фәнзи ҡыҙы Татҡоҙаш ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, оҙаҡ уйлап тормай, парикмахер булырға ҡарар итә. Өфөлә һөнәрселек училищеһында уҡып, диплом ала һәм бына 25 йылға яҡын райондаштарын үҙенең оҫталығы менән ҡыуандыра.
— Тәүге прическамды Ләйсән исемле ҡыҙға яһаным. Уның ҡәнәғәтлеге йөҙөнә сыҡҡайны, бик шатланды. Бына шул ҡыҙҙың ҡыуанысы миңә ҡанаттар ҡуйҙы, ышаныс өҫтәне. Шунан дәртләнеп клиенттарымды ҡабул итә башланым, — тип хәтер йомғағын һүтә Зилә ханым.
Һәр осорҙоң үҙ модаһы була бит, Зилә Фәнзи ҡыҙына ла заманында химик бөҙрәләр яһап, ҡатын-ҡыҙҙарҙы сәғәттәр буйына башын махсус киптергестәр аҫтына тығып ултыртырға тура килә, ҡына буяуҙары менән күпме клиент уға мөрәжәғәт итә. Заман менән бергә атлап, яңылыҡтарға ынтылып, яратҡан эшен башҡара. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булған парикмахерҙың үҙ клиенттары бик күп, шуға ла уға эләгәм тиһәң, алдан яҙылырға кәрәк. Ә инде буятыу ваҡыты уҙғансы икенсеһенең сәсен киҫеп, йә прическа яһап та өлгөрә. Уға бер тапҡыр мөрәжәғәт иткән кеше һәр саҡ уның оҫта ҡулдарына ғына ышана, даими клиентына әйләнә. Бөгөн ул балаларҙы ла, ир-егеттәрҙе лә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла хеҙмәтләндереүсе алтын ҡуллы оҫта парикмахер. Коллективында Зилә ханым күптән абруй яулап өлгөргән тәжрибәле хеҙмәткәр. Уның эшмәкәрлеге былтыр юғары һөнәри оҫталығы һәм көнкүреш хеҙмәттәре өлкәһен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнде. Бынан тыш Зилә Фәнзи ҡыҙы урындағы һайлау комиссияһының әүҙем ағзаһы булып тора, шулай йәмәғәт эштәренә лә өлгөрә ул.
Тормош иптәше Әхтәм Тимерйән улы менән Вадим һәм Ләйсән исемле ул-ҡыҙға ғүмер бүләк иткән мөләйем йөҙлө, сибәр ҡатын яратҡан эшенән һәр саҡ ҡәнәғәт.

Гөлнара Солтанова.

Матурлыҡ өләшеүсе ханым
Матурлыҡ өләшеүсе ханым
Автор:
Читайте нас: