Аҙна дауамында Борай ауылының спорт залдарында ике төркөмдә уҙған һайлап алыу уйындарында 13 коллектив ҡатнашты. Финалға үҙәк район дауаханаһының, Борай ауылының 1 - се балалар баҡсаһы, «Берҙәм Рәсәй» һәм район хакимиәте командалары сыҡты. Көсөргәнешле ярышта район хакимиәте командаһы — беренсе, «Берҙәм Рәсәй» — икенсе, үҙәк район дауаханаһы командаһы өсөнсө урындар яуланы. Спартакиада 25 мартҡа тиклем дауам итә. Алда ир-егеттәр араһында волейбол буйынса ярыштар үтәсәк.
Гөлназ Ханова.