Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
31 Декабрь 2022, 00:00

Ҡәҙерле дуҫтар!

Һеҙҙе Яңы 2023 йыл менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар!
Ҡәҙерле дуҫтар!

Уҙып барған йыл иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булып, бик күп фәһемле, мөһим һәм һөҙөмтәле саралар үткәрелде. Республика етәкселегенең ярҙамы, ойошмалар һәм халыҡтың тырышлығы менән райондар үҫеше өсөн күп эш башҡарылды.
Киләсәккә яҡты өмөттәр һәм ышаныс менән йәшәйек, илебеҙ тыныс булып, алдағы йылдар тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштарға, шатлыҡлы һәм бәхетле минуттарға байыраҡ булһын!
Ҡәҙерле дуҫтарыбыҙға киләһе йылда ла беҙҙең менән бергә ҡалып, баҫмабыҙға тоғролоҡтары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Яңы йыл һеҙгә яңы шатлыҡтар, яңы ҡыуаныстар, аҡ бәхеттәр алып килһен. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, ғаилә именлеге һәм ҙур уңыштар теләйбеҙ!


“Йәнтөйәк”тәр.

Ҡәҙерле дуҫтар!
Ҡәҙерле дуҫтар!
Автор:
Читайте нас: