Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Декабрь 2022, 10:57

Шыршы байрамы гөрләп үтте

Балтас район Мәҙәниәт һарайында  район хакимиәте башлығының Шыршы байрамы уҙҙы.  Был тантана күркәм йолаға әүерелде. 

Шыршы   байрамы  гөрләп үтте
Шыршы байрамы гөрләп үтте

Байрамға  районыбыҙҙан  200-ҙән ашыу  уҡыусы йыйылды.   Бындай ҙур һәм күркәм сарала ҡатнашыу  мәктәп уҡыусыларының уҡыу, спорт һәм ижади  ҡаҙаныштары өсөн яҡшы этәргес булып тора.

Уҡыуҙа яҡшы билдәләргә өлгәшкән, төрлө өлкәләрҙә уңыштарға ирешкән уҡыусылар,  сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле һәм махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары,  реабилитация үҙәге  тәрбиәләнеүселәрен тантаналы бүләкләү һәм театрлаштырылған тамаша көттө.

Байрам ҡунаҡтарына тәбрикләү һүҙе менән район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, Ырымбур  казак   ғәскәрҙәренең Өфө-табын айырым  казак йәмғиәтенең казак  полковнигы Фәғим  Низамов,  есаулы  Юрий Морозов, вахмистр Филүс Әхмәтдинов, “Газпромтрансгаз Уфа” йәмғиәте вәкиле Динар  Сөләймәнов, район мәғариф бүлеге начальнигы Гөлнара Шәймөхәмәтова сығыш яһаны. Улар балалар  яңы йылда ла  яҡшы уҡыуҙарын дауам итер, яңы ҡаҙаныштар һәм уңыштар менән һөйөндөрөр, тигән ышаныс белдерҙе.

Балтас районы етәксеһе  төрлө дәрәжәләге олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа еңеүселәргә, спорт өлкәһендә юғары күрһәткестәргә ирешеүселәргә  Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр өләште.

Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙы ла  балаларға ихлас теләктәрен еткерҙе.   Алдынғы уҡыусыларға район мәғариф бүлегенең  Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.

Байрам бик матур һәм күңелле үтте.   Был тантана уҡыусылар өсөн ысын Яңы йыл бүләге һәм  киләһе йылға  яңы тәьҫораттар,  көс-ҡеүәт һәм дәрт алыу өсөн тағы бер мөмкинлек булды.

 Фирғәт Нәбиуллин.

Шыршы   байрамы  гөрләп үтте
Шыршы   байрамы  гөрләп үтте
Шыршы   байрамы  гөрләп үтте
Шыршы   байрамы  гөрләп үтте
Шыршы   байрамы  гөрләп үтте
Шыршы   байрамы  гөрләп үтте
Шыршы байрамы гөрләп үтте
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: