Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
13 Декабрь 2022, 09:13

Быйыл Яңы йыл байрамдары нисек үтер?

Яуаплы министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре ошо һорауға яуап бирҙе. 

Быйыл Яңы йыл байрамдары нисек үтер?
Быйыл Яңы йыл байрамдары нисек үтер?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Яңы йыл байрамдарына әҙерлек тикшерелде.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова муниципалитеттарҙа боҙ ҡаласыҡтарын һәм байрам майҙансыҡтарын төҙөүҙе 20 декабргә тамамлау күҙаллана тип хәбәр итте. Төбәктә 509 ҡаласыҡ булдырылған, 942 шыршы ҡуйылған, 174 километрлыҡ байрам иллюминацияһы, 946 арт-объект, 187 ҡышҡы тау монтажланған. Тауҙарҙың 70 проценттан ашыуы Дәүләт техник күҙәтеүе тикшереүен үткән дә инде.

Ирина Голованова кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға Яңы йыл майҙансыҡтарын биҙәү буйынса ижади проект өлгөләрен күрһәтте. Мәҫәлән, Өфөнөң Ленин районында рус фольклоры буйынса “Әкиәт һәр саҡ эргәлә” концепцияһы ҡулланылған. Ғафури районында боҙ ҡаласығы халыҡтарҙың берҙәмлеген һәм көсөн символлаштыра, ә Красноусол ауылы майҙанында күгәрсендәр менән Ер шары макетын урынлаштырғандар.

5 ғинуарҙа Башҡортостанда #НамНеВсеРавно тигән яңы йыл флешмобы үтә. Был көндө өмәләр үтәсәк, унда ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ төрлө мәҙәни программа көтә.

22 декабрҙә Өфөлә 1 000 уҡыусы өсөн республика Яңы йыл шыршыһы ойошторола, тип хәбәр итте Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. Ә 27 декабрҙә һәр муниципалитетта Яңы йыл кисәләре үткәреләсәк.

Айбулат Хажин яңы йыл каникулдары осоронда муниципалитеттарҙа ғаилә уйындары ойошторолоуы хаҡында һөйләне. Бынан тыш, министрлыҡта уҡыусылар өсөн байрам саралары календары әҙерләнә. Унда конкурстар, викториналар, күргәҙмәләр, флешмобтар, интерактив яңы йыл тамашалары, квестар ҡаралған.

Республиканың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Илнур Мөхйәнов яңы йыл каникулдарында республикала 27 мең самаһы күмәк мәҙәни сара уҙасағын, уларҙың бер өлөшө онлайн-форматта икәнен хәбәр итте. Дәүләт театр-концерт учреждениеларында 450-нән ашыу яңы йыл программаһы планлаштырылған. “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” интернет-порталында 22 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем традицион “Яңы йыл календары” эшләй башлай.

Илнур Мөхйәнов һүҙҙәренсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына айырым иғтибар бүлергә ниәтләйҙәр. Улар бушлай Яңы йыл тамашаларын ҡарай ала. Өфө ҡалаһы хакимиәтенә яугирҙәрҙең ғаиләләренә тапшырыу өсөн ике меңгә яҡын билет ебәрелгән.

Байрам сараларына бара алмаған инвалид балаларҙың һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу өйҙәренә килә.

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов Яңы йыл каникулдары осоронда Спорт декадаһы ойошторолоуы хаҡында һөйләне. Туғыҙ тематик көн планлаштырылған. Атап әйткәндә, 30 декабрҙә тармаҡта Волейбол йылын тамамлау хөрмәтенә ҡалаларҙа һәм райондарҙа Ҡыш бабай ҡатнашлығында саралар ойошторола. 2023 йылдың 1 ғинуарында алдынғы спортсылар ҡатнашлығында “Вәғәҙәләр йүгереүе” марафоны ойошторола.

Каникул ваҡытында төбәктәге барлыҡ спорт объекттары ла эшләйәсәк. Улар иҫәбендә – 900-ҙән ашыу боҙ майҙансығы, 550 хоккей ҡумтаһы, 400 асыҡ һырғалаҡ, 17 ябыҡ боҙ майҙансығы.

Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләүенсә, был аҙнала мобилизацияланған хәрби хеҙмәткәрҙәргә, уларҙың ҡатындарына һәм балаларына 20 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡса түләнә башлай. Бындай ярҙам алыуға бөтәһе 4,1 мең ғариза килгән.

Ишле ғаиләләр өсөн 17 мең бүләк һатып алынған, уларҙы 15 декабрҙән һуң тапшырыу ҡаралған.

Балалар социаль учреждениеларында тәрбиәләнеүселәр федераль һәм республика шыршыларында ҡатнашасаҡ. Бүләктәр тапшырыу менән ғәҙәттәге яңы йыл тамашалары һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һәм инвалид балалар өсөн үтә. Йөрөүе ауыр булған балаларҙы өйҙә ирекмәндәр ҡатнашлығындағы махсус бригадалар ҡотлаясаҡ. Министрлыҡ ҡарамағындағы реабилитация үҙәктәрендә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән ике мең бала өсөн Яңы йыл иртәлектәре ойошторола.

Өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн интернаттарҙа бағыусылар һәм ирекмәндәр ҡатнашлығында тантаналы саралар була.

Бынан тыш, 13 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында йолаға әүерелгән “Аксаков шыршыһы” уҙа. Байрамда 6-12 йәштәрҙәге 500-ҙән ашыу инвалид һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән бала, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 109 балаһы ҡатнашасаҡ.

Байрам саралары Донбасс һәм Украина биләмәһенән ҡайтҡандарҙы ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарында ла ойошторола.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса полиция начальнигы урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Динар Мөхәмәтдинов яңы йыл байрамдары осоронда хоҡуҡ һаҡлау органдарының эше тураһында һөйләне. Атап әйткәндә, 31 декабрҙән 1 ғинуарға һәм 6 ғинуарҙан 7-һенә ҡарай төндә 3 800-ҙән ашыу полиция хеҙмәткәре, шәхси һаҡ ойошмаларының 200 хеҙмәткәре, шулай уҡ 1 100-гә яҡын йәмәғәтселек вәкиле йәлеп ителә. Юл-патруль хеҙмәте нарядтарын 185 автопатруль составында 370 инспекторға тиклем арттырыласаҡ.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов хәбәр итеүенсә, Яңы йыл байрамдарында көн һайын ике меңдән ашыу янғын һүндереүсе дежур итәсәк, уларҙың ҡарамағында 800 ҡотҡарыу техникаһы берәмеге буласаҡ.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-12-12/byyyl-ya-y-yyl-bayramdary-nisek-ter-3068391
Быйыл Яңы йыл байрамдары нисек үтер?
Быйыл Яңы йыл байрамдары нисек үтер?
Автор:
Читайте нас: