Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
27 Ноябрь 2022, 09:00

Хәстәрлекле әсә лә, уңған эшсе лә

Тулыраҡ:

Хәстәрлекле әсә лә, уңған эшсе лә
Хәстәрлекле әсә лә, уңған эшсе лә

Мишкё районы Янағош ауылында йәшәүсе өс бала әсәһе Флүрә Камил ҡыҙы Заһитова күптән түгел матур юбилейын билдәләне.

Флүрә Камил ҡыҙы Асҡын районы Асҡын ауылында тыуып үҫә.

  • 1967 йылда көҙ бик матур килгән: ямғыр ҙа сама менән яуған, ҡояшы ла етерлек булған. Ошондай матур көндәрҙең береһендә донъяға килгәнмен. Атай-әсәйем өсөн икенсе бала булғанмын, минән биш йәшкә олораҡ ағайым бар, —  ти Флүрә Заһитова.

Флүрә апай   1985 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң,  киләсәген  уҡытыусы һөнәре менән бәйләргә теләп, Бөрө дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Математика һәм физика фәндәрен төплө өйрәнә. Ошонда ул буласаҡ тормош иптәше Мишкә районы Янағош ауылы егете Айрат  Заһитов менән таныша. Ул да ошо уҡыу йорто студенты була. Йәш ҡыҙ  уҡыуын уңышлы тамамлап, ҡулына диплом алып, хеҙмәт юлын Янағош ауылы мәктәбендә башлай.

 1990 йылдың июнендә Айрат Нәғим улы менән ғаилә ҡоралар.  Мөхәббәт емештәре булып ҡыҙҙары Илвина, Алһыу һәм улдары Булат тыуа.  Балаларына матур тәрбиә биреп, белем алырға ярҙам итеп, оло   тормош юлына сығаралар. 

 

Флүрә Камил ҡыҙы тураһында тулыраҡ “Йәнтөйәк” гәзитенең 30 ноябрҙә донъя күрәсәк  22-се һанында уҡый алаһығыҙ.

 

Лилиә Хәсәнова.

Хәстәрлекле әсә лә, уңған эшсе лә
Хәстәрлекле әсә лә, уңған эшсе лә
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: