Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Октябрь 2022, 10:31

Радий Хәбиров халыҡты байрам менән ҡотланы һәм майҙанға саҡырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика көнө менән ҡотлап, һәммәһенә лә иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет теләне һәм Шайморатов һәйкәлен асыу сараһына саҡырҙы.

Радий Хәбиров халыҡты байрам менән ҡотланы һәм майҙанға саҡырҙы
Радий Хәбиров халыҡты байрам менән ҡотланы һәм майҙанға саҡырҙы

Республика етәксеһе бөгөн иртән ҡатыны менән һәйкәлде асыуға бәйле һуңғы әҙерлекте ҡараған һәм шунда уҡ видео ла төшөргән. Унда Радий Хәбиров белдереүенсә, һәйкәл торған майҙанға Тыуған ил өсөн һәләк булғандарҙы хәтерләү өсөн ғаилә менән киләсәктәр, бик матур урында ял да итәсәктәр.

БР Башлығы шулай уҡ әле илебеҙҙе һаҡлаусы ир-егеттәргә өйҙәренә иҫән-имен ҡайтыуҙарын теләне.

"Беҙҙең барыһы ла яҡшы буласаҡ. Беҙ - көслө һәм ныҡбыҙ. Тыныслыҡ, именлек барығыҙға ла!" - тине Радий Хәбиров.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-10-11/radiy-h-birov-haly-ty-bayram-men-n-otlany-m-may-an-a-sa-yr-y-2984828
Радий Хәбиров халыҡты байрам менән ҡотланы һәм майҙанға саҡырҙы
Радий Хәбиров халыҡты байрам менән ҡотланы һәм майҙанға саҡырҙы
Автор:
Читайте нас: