Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
13 Сентябрь 2022, 09:09

Урмансылар талантлы халыҡ...

Район мәҙәниәт һарайының бер төркөм артистары 85 километр алыҫлыҡта урынлашҡан “Азатлыҡ” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәрен етеп килгән һөнәри байрамдары – Урман сәнәғәте эшсәндәре көнө менән тәбрикләргә ашыҡты.

Урмансылар  талантлы халыҡ...
Урмансылар талантлы халыҡ...

Ойошма етәксеһе Хөбөтдин Мөхөтдин улы урмансыларҙы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереп, тәбрик итте. Яңы Бәрҙәш ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Ғәйфулла улы Ғиндуллин да яҡташтарының һөнәрен юғары баһаланы, уның ни тиклем ауыр ҙа, мөһим дә булыуын билдәләп үтте.
Йырсылар Зилә Ҡотдосова, Ксения Гордиенко, Эльвира Ғәбдинурова, Ратмир Нуртдиновтар урмансыларҙың байрам кәйефен күтәреп ебәрҙе. Уларға Яңы Бәрҙәш мәҙәниәт йорто методисы Фидан Сәйетов та ҡушылды. Концерт барышында Әтнәш ауылы егете, йәш урмансы Шамил Лоҡманов та үҙенсәлекле тауышы менән йыр башҡарып, барыһын да тиерлек хайран ҡалдырҙы. Әлегә ҡариҙелдәр ул төбәктән атаҡлы урмансы Алмаз Ғафаровты ғына моңло йырсы, оҫта баянсы тип белә ине. Баҡтиһәң, улар араһында таланттар байтаҡ икән әле. Видеояҙманы тыңлап ҡарағыҙ әле, килешәгеҙме?


Гөлнара Солтанова.

Урмансылар  талантлы халыҡ...
Урмансылар талантлы халыҡ...
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: