Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Май 2022, 09:00

Бер-береһенә терәк булып

Һандуғастар кеүек пар килгәндәр, тигән һүҙҙәр Борай районы Туғай ауылында йәшәүсе Валентина һәм Роберт Фәттәховтар хаҡында әйтелгән һымаҡ. Иңде-иңгә ҡуйып, бер-береһен хөрмәт итеп 50 йыл татыу ғүмер итә улар.

Бер-береһенә терәк булып
Бер-береһенә терәк булып

Валентина Павловна менән Роберт Әхмәтйән улының алтын туйҙарын ауыл мәҙәниәт йортонда матур итеп үткәрҙеләр. Ғаилә юбилярҙарын ауыл биләмәһе башлығы Ирек Камалов ихлас күңелдән ҡотлап, уларға республика Башлығы Радий Хәбиров һәм ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән бүләктәр тапшырҙы. Фәттәховтарҙың ғүмере йәш быуынға лайыҡлы үрнәк, тип билдәләне ул һәм ныҡлы сәләмәтлек, күңел күтәренкелеге, яҡындарының һөйөүендә йәшәүҙәрен теләне. Ирек Равиль улының ҡотлауҙарына юбилярҙарҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары ҡушылды.
Роберт ағай Туғай ауылында ғүмер итеүсе Дания һәм Әхмәтйән Фәттәховтарҙың туғыҙ балалы ғаиләһендә алтынсыһы булып донъяға килә. Тырыш егет мәктәпте тамамлағас, 1966 йылда, армияға алына. Унда алты ай хеҙмәт иткәндән һуң, йәш һалдатты Ленинград хәрби училищеһына ҡабул итәләр. Бер аҙҙан Бакуҙағы юғары диңгеҙ училищеһына күсерәләр.
Ғүмер итеү — үргә менеү, тиҙәр. Ә үргә менеү бер ҙә еңел түгел. Йә ҡояш ҡыҙҙыра, йә ҡаршыға иҫкән ел-буран артҡа этә. Бына шул саҡта тормош иптәшең — ышаныслы терәгең осраған ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Роберт Әхмәтйән улы ла үҙенә һәр саҡ таяныс булырҙай парын — Ставрополь ҡыҙы Валентина Павловнаны осрата. Уңған, аҡыллы, эшһөйәр ҡыҙҙы тәү күреү менән Роберт ағай: «Был ҡыҙ минең ғүмерлек юлдашым буласаҡ», — тип уйлай. Артабан йәштәр араһында мөхәббәт хисе уяна. Улар ғаилә ҡороп, бер һуҡмаҡтан атлай башлай. Ике балаға – Альберт һәм Натальяға ғүмер бирәләр. Валентина һәм Роберт Фәттәховтар балаларының шатлығына һөйөнөп, уларҙы итәғәтле, эшһөйәр итеп үҫтерә, һәр береһенә белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына баҫтыра. Бөгөн улар үҙҙәре ғаиләле, Өфөлә ғүмер итә.
Оҙаҡ йылдар сит ерҙәрҙә йәшәгән Фәттәховтар 1999 йылда Башҡортостанға күсеп ҡайта. Өфөлә фатир алып, ғаиләһе менән шунда йәшәй башлай. Ләкин Роберт ағайҙы ауыл тормошо үҙенә тарта һәм улар ата-әсәһенән ҡалған йорт-ергә ҡайтып төпләнә. Бөгөн иһә Валентина Павловна менән Роберт Әхмәтйән улы ҡош-ҡорт ҡарап, еләк-емеш, күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр үҫтереп, эштән йәм табып, барыһын да һоҡландырып йәшәй.

Гөлназ Ханова.

Бер-береһенә терәк булып
Бер-береһенә терәк булып
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: