Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
27 Май 2022, 09:43

Ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнайҙар

Мишкә китапханаһы 1995 йылдың 1 февралендә район үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының крайҙы өйрәнеү бүлеге итеп асыла. 2000 йылдың 1 ғинуарынан үҙ аллы китапхана булараҡ эш башлай. Ул республикала мари этник төркөмөн хеҙмәтләндереү буйынса берҙән-бер китапхана булып һанала.

Ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнайҙар
Ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнайҙар

Бирелә эш бер нисә төп йүнәлеш буйынса алып барыла: төрлө саралар ойоштороу һәм үткәреү (юбилей даталарына арналған саралар, конференциялар, китап авторҙары менән осрашыу һәм башҡалар), төрлө йыйынтыҡтар, брошюралар сығарыу, халыҡҡа Интернет селтәрендә крайҙы өйрәнеү буйынса мәғлүмәт табыу мөмкинлеген булдырыу.
Бөгөн китапхана фондында 20720 дана китап. Бында башҡорт, татар, мари телдәрендә төрлө авторҙарҙың китаптары, төрлө телдәрҙә баҫылған гәзит-журналдар йыйылған. Әүҙем китап уҡыусылар һаны 1357 кеше.
Китапхананың беренсе етәксеһе Галина Яндимирова була. Мари секторы бүлеген оҙаҡ йылдар тәжрибәле китапханасы Тамара Мортазина етәкләй. Улар инде хаҡлы ялда. Хәҙерге көндә китапхананың баш китапханасыһы — Олеся Зәйнетдинова. Бар яуаплылыҡ уның иңдәрендә. Халыҡты хеҙмәтләндереүсе баш китапханасы Фидания Хәмиҙуллина бирегә килеүселәргә консультация бирә, кәрәкле әсбап табырға ярҙам итә. Баш библиограф Илвира Айбердина китапхана фонды менән эшләй.
Китапханасы – педагог та, психолог та, телсе лә, әҙәбиәтсе лә. Крайҙы өйрәнеү китапханаһы белгестәре район мәктәптәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Яҡташ яҙыусы-шағирҙарҙың юбилей даталарына уҡыусылар менән саралар ойошторалар, байрамдарға сценарийҙар яҙалар, районда уҙғарылған кәңәшмә, конференцияларҙа һәр ваҡыт күргәҙмә менән ҡатнашалар. Китапханасылар райондың йәш ҡәләм тибрәтеүселәре менән дә эш алып бара, ижадтарын йыйынтыҡ итеп баҫтырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә, осрашыуҙар үткәрә. Бер һүҙ менән әйткәндә, уларҙың эше – даими ижад процесы.
Мишкә крайҙы өйрәнеү китапханасылары — үҙ эштәрен яратып башҡарған, яуаплы ҡараған, ижади фекерләүсе белгестәр. Улар шулай уҡ йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнай.

 

Лилиә ХӘСӘНОВА.

 

Ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнайҙар
Ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнайҙар
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: