Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
27 Май 2022, 11:25

Китаптары һымаҡ серле, мөғжизәле

Ҡариҙел районында Әлфиә Мәғәфүр ҡыҙы Хөсәйенованы белмәгән кеше һирәктер. Сөнки район үҙәгендә ниндәй генә мәҙәни сара уҙмаһын, ул тиҙ генә китап күргәҙмәләре ойоштороп, шуларҙың үҙәгендә ҡайнай.

Китаптары һымаҡ серле, мөғжизәле
Китаптары һымаҡ серле, мөғжизәле

Әлфиә Мәғәфүр ҡыҙының тырышлығын, фиҙаҡәр хеҙмәтен район мәҙәниәт бүлегендә, үҙәкләштерелгән китапханалар селтәрендә лә яҡшы беләләр, һәр саҡ яуаплы эштәрҙе лә уға ышанып тапшыралар. 2014 йылда республика буйлап инновацион технологиялары менән айырылып торған моделле китапханалар бер-бер артлы асыла башлай. Был яңылыҡ беҙҙең районға ла килеп етә һәм иң беренселәрҙән булып Ҡариҙел районы Үҙәк китапханаһының халыҡ менән эшләү бүлеге Йәш үҫмерҙәр моделле китапханаһы статусына эйә була. Бында бик күп ойоштороу эштәре алып барыла. Бының өсөн Әлфиә Мәғәфүр ҡыҙы тәүге уңышына өлгәшә – мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Ошо уҡ йылда Мәҙәниәт министрлығы уны китапхана эштәрендәге нәтижәләре өсөн Мактау грамотаһы менән үҙ һөнәренең алдынғылары рәтенә баҫтыра. 2015 йылда китапханасыбыҙ тағы юғары уңышҡа өлгәшә – “Ауыл ерендәге мәҙәниәт учреждениеларының иң яҡшы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булып, грант ота. Был уңыштар Ә. Хөсәйенованың эщенә яңы һулыш өҫтәне, үҙ һөнәрен яратып, халыҡҡа нур, белем, мәғлүмәт таратып эшләй бирә. Шул уҡ вакытта ҡатын-ҡыҙға ғына хас булған мөләйемлелеген, серлелеген һаҡлай белә ул. Тормош иптәше Әнфис Тәфкил улы менән Алһыу һәм Ильяс исемле ике балаға ғүмер биреп, уларға матур тәрбиә бирә. Әсәйем тип өҙөлөп торған балалары, һөйгәнем тип йән атҡан тормош иптәше, һәм, әлбиттә, яратҡан һөнәре Әлфиә Мәғәфүр ҡыҙының тотош биографияһын йәмләп тора. Алда уның ғүмере китап биттәрендәй оҙон булһын!

Әлфиә Мәғәфүр ҡыҙы тураһында "Йәнтөйәк"тең киләһе һанында уҡый алаһығыҙ.

Гөлнара Солтанова.

Китаптары һымаҡ серле, мөғжизәле
Китаптары һымаҡ серле, мөғжизәле
Китаптары һымаҡ серле, мөғжизәле
Китаптары һымаҡ серле, мөғжизәле
Китаптары һымаҡ серле, мөғжизәле
Китаптары һымаҡ серле, мөғжизәле
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: