Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Май 2022, 11:06

Хөрмәтле сығарылыш класс уҡыусылары, ата-әсәләр, уҡытыусылар!

Һеҙҙе “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы һәм уҡыу йылы тамамланыу менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле сығарылыш класс уҡыусылары, ата-әсәләр, уҡытыусылар!
Хөрмәтле сығарылыш класс уҡыусылары, ата-әсәләр, уҡытыусылар!
Ҡыңғырау сыңы моңло ла, шатлыҡлы ла. Ул ғүмерҙең иң саф, иң наҙлы, ғәмһеҙ сағы - баласаҡ, мәктәп менән хушлашыу мәле һәм тәүге тапҡыр оло тормошҡа аяҡ баҫыуҙы хәбәр итә. Онотолмаҫ иҫтәлектәрҙе, ҡәҙерле хәтирәләрҙе иҫкә төшөрә. Моңло ҡыңғырау тауышын уҡыу дәүерендә һеҙ меңдәрсә тапҡыр ишетһәгеҙ ҙә, бөгөн яңғырай торғаны береһенә лә оҡшамаған.
Ҡәҙерле уҡыусылар!
Офоҡтарығыҙ киң, атыр таңдарығыҙ тыныс, киләсәгегеҙ яҡты, саф, аяҙ булһын! Юлдарығыҙ йәйғор нурындағы төрлө-төрлө аллы-гөллө нурҙар менән яҡтыртылһын! Һеҙ – тормоштоң иң мөһим, иң онотолмаҫ тәүге баҫҡысы алдында. Дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, үҙегеҙ теләгән юғары уҡыу йорттары студенттары булып, районыбыҙға кәрәкле һөнәр эйәләре булыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Ҡатмарлы ла, оло ла тормош юлына ҡурҡмайынса, ҡаушамайынса аяҡ баҫығыҙ, ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, тырышлыҡ, сабырлыҡ, бәхетле киләсәк һәм барлыҡ хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, ниндәй һөнәр кешеләре булһағыҙ ҙа ысын кешеләр булып ҡалығыҙ, күңелегеҙ саф, ниәттәрегеҙ изге булһын!
Аҡ юл һеҙгә!
 
Изге теләктәр менән “Йәнтөйәк”тәр!
Хөрмәтле сығарылыш класс уҡыусылары, ата-әсәләр, уҡытыусылар!
Хөрмәтле сығарылыш класс уҡыусылары, ата-әсәләр, уҡытыусылар!
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: