Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
21 Апрель 2022, 10:47

Урындағы үҙидара көнө менән!

Радий Хәбиров Урындағы үҙидара көнө менән ҡотланы.

Урындағы үҙидара көнө менән!
Урындағы үҙидара көнө менән!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урындағы үҙидара көнө менән ҡотланы.

“Ҡәҙерле дуҫтар!

Һеҙҙе Урындағы үҙидара көнө менән ихлас ҡотлайым!

Бөгөн республикабыҙҙа ошо күркәм байрамды 20 мең муниципаль хеҙмәткәр, депутат, муниципаль учреждение һәм предприятие хеҙмәткәре билдәләй.

Һеҙгә намыҫлы хеҙмәт, һөнәри оҫталыҡ, яуаплылыҡ, тоғролоҡ һәм илһөйәрлек өсөн рәхмәт. Үҙегеҙгә ышанып тапшырылған муниципалитеттар тормошоноң бөтә яҡтарын үҫтереүгә, республика иҡтисадын һәм социаль өлкәһен нығытыуға тос өлөш индерәһегеҙ. Һеҙҙең ныҡышмалылыҡ, муниципаль хеҙмәткә тоғролоҡ, инициатива күрһәтеүегеҙ байтаҡ мөһим проекттарҙы үҫтереүгә, район һәм ҡала халҡын борсоған проблемаларҙы яйға һалыуға, тормошто яҡшыраҡ, матурыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ итеүгә булышлыҡ итә.

Тырышлығығыҙ һәм кешеләр хаҡында хәстәрлек күреүегеҙ һөҙөмтәһендә хөрмәт һәм юғары абруй ҡаҙандығыҙ.

Беҙ һәр төрлө ауырлыҡтарға һәм һынауҙарға берҙәмлек һәм компетентлыҡ менән яуап бирәбеҙ. Бергәләп планлаштырырға, аҡсаны һәм ресурстарҙы дөрөҫ бүлергә, эштең бөтә этаптарын аныҡ ойошторорға һәм контролдә тоторға өйрәнәбеҙ. Ил тормошондағы ябай булмаған осорҙо уңышлы үтербеҙ, кәрәкле һөҙөмтәгә өлгәшербеҙ, тип ышанам.

Артабан да алға барабыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, яуаплы хеҙмәтегеҙҙә яңы ҡаҙаныштар теләйем!

Уңыштарға шатланып эшләгеҙ, дуҫтар. Урында үҙидара көнө менән һеҙҙе!” – тиелә төбәк етәксеһенең ҡотлауында.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Урындағы үҙидара көнө менән!
Урындағы үҙидара көнө менән!
Автор:
Читайте нас: