Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
21 Апрель 2022, 14:37

Бер төркөм алдынғылар бүләкләнде

Балтастар Урындағы үҙ идара көнөн ҙур ойошҡанлыҡ менән билдәләне.

Бер төркөм алдынғылар бүләкләнде
Бер төркөм алдынғылар бүләкләнде

Балтас  район  Мәҙәниәт һарайында Урындағы үҙидара көнө айҡанлы тантаналы сара үтте. Залға йыйылған ауыл биләмәләре башлыҡтары, ауыл старосталары, ауыл, район Советы депутаттары һәм урындағы халыҡ менән турынан-тура бәйләнештә эшләгән хеҙмәт белгестәрен район хакимиәте башлығы  Илгиз Әхүәс улы Субушев ҡотланы.

Был  тармаҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән  хеҙмәткәрҙәргә район хакимиәтенең, муниципаль берәмектәр ассоциацияһы советының, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттарын һәм Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.

Тантанала Башҡортстан Республикаһы  бюджет хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошмаһы рәйесе  Рәшит Мирхәҙи улы ла балтастарға  ихлас ҡотлауҙарын еткереп, бүләкләп үтте. Район Советы рәйесе Азамат Мәгзүмов фиҙаҡәр хеҙмәттәре һәм һөнәри оҫталыҡтары өсөн бер төркөм райондаштарға Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау грамоталары тапшырҙы.

Тантаналы сара район үзешсәндәренең ҙур концерт программаһы менән дауам итте.

Гөлназ Ғәлләмова.

Бер төркөм алдынғылар бүләкләнде
Бер төркөм алдынғылар бүләкләнде
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: