Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
5 Апрель 2022, 11:27

Науруз байрамы гөрләне

Науруз – халыҡтың ҡышты оҙатыу, яҙҙы ҡаршылау байрамы. Был байрам борондан килгән. Мишкә районы халҡы ла ата-бабаларыбыҙ йолаларына һаҡсыл ҡарай. Күптән түгел район Мәҙәниәт һарайы алдында Науруз байрамы гөрләп үтте. Байрам үтәсәк майҙанда иртә таңдан һатыу рәттәре теҙелде, шешлек, былау еҫтәре танауҙы ҡытыҡланы. Ауылдарҙан килгән ҡатнашыусылар конкурсҡа өҫтәлдәрен әҙерләне. Байрам сиктәрендә “Милли аш-һыу”, “Сәк-сәк”, “Сыйырсыҡ ояһы” һәм “Наурузбикә” конкурстары ойошторолған.

Науруз байрамы гөрләне
Науруз байрамы гөрләне

Байрамды алып барыусылар — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәүиә Саматова һәм Анастасия Ялкаева халыҡты сәләмләп, ҡотлау өсөн һүҙҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Лариса Александроваға бирҙе. Ул сығышында Мишкә халҡының берҙәм булыуын билдәләне һәм барыһына ла яҙғыса күтәренке кәйеф теләне.
Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мөнир Нурисламов Науруз байрамы менән ҡотлап, уның тарихы менән таныштырҙы һәм сараларҙа әүҙем ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ халыҡты байрам менән район татарҙары конгресы етәксеһе Илгиз Шәкүров тәбрикләп, ойошма тарафынан үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашыусыларҙы, Науруз байрамын ойоштороусыларҙы бүләкләне.
(Башы. Аҙағы 8-се биттә).
(Аҙағы. Башы 7-се биттә).
Артабан район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре “Ҡарға бутҡаһы” йолаһын сәхнәләштерҙе һәм барыһын да бутҡа менән һыйланы. Унан сәхнәгә төрлө ауылдарҙан музыкаль күстәнәс менән килгән ҡатнашыусылар сыҡты. Майҙан йыр-моңға, уйын-көлкөгә күмелде. Байрамға йәм өҫтәп, сәхнәгә ауылдарҙан килгән Наурузбикәләр сыҡты. Улар халыҡты байрам менән тәбрикләне. Артабан йыйылыусылар милли уйындарҙа ҡатнашты. Байрамды музыкаль яҡтан мишкәләрҙең яратҡан йырсылары Азалия Ғәлимова, Илгиз Шәкүров биҙәне.
Конкурстарға йомғаҡ яһау жюри ағзалары өсөн иң ауыры булғандыр. “Милли аш-һыу” конкурсында 1-се урын — Иштебай мәктәбенә, 2-се урын — Оло Шаҙы һәм Ҡарас, 3-сө урын Янағош, Бабай, Татарбай ауыл клубтарына бирелде.
“Сәк-сәк” конкурсында иң тәмле, иң матур биҙәлгән сәк-сәк Мишкә агросәнәғәт колледжыныҡы булды. Иштебай клубы һәм Фәйрүзә Сабирова — 2-се урын, Татарбай клубы 3-сө урын яуланы. “Сыйырсыҡ ояһы” конкурсының еңеүсеһе – Рим Ғәлимов. Иштебай мәктәбе — 2-се, Ҡарас клубы 3-сө урынға лайыҡ булды.
Наурузбикәләр араһында иң матур ҡотлау һәм костюм Татарбай клубыныҡы тип билдәләнде. 2-се урынға Мишкә агросәнәғәт колледжы һәм Фәйрүзә Сабирова сыҡты. Ҡарас, Оло Шаҙы, Янағош клубтары 3-сө урын яуланы.
Байрам һәр ҡатнашыусы күңелендә оҙаҡ һаҡланыр. Ололар йәшлектәренә ҡайтҡан кеүек булһа, балалар милли йолалар менән танышты.


Лилиә Хәсәнова.
Мишкә районы.

Науруз байрамы гөрләне
Науруз байрамы гөрләне
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: