Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
22 Март 2022, 10:38

Науруз байрамы мөбәрәк булһын!

Түбән Ҡарышта   байрам гөрләп уҙҙы.  

Науруз  байрамы  мөбәрәк  булһын!
Науруз байрамы мөбәрәк булһын!

Түбән Ҡарыш мәҙәниәт йортоноң «Умырзая» фольклор коллективы халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен йәштәргә, балаларға өйрәтеү маҡсатынан "Хуш киләһең,  Науруз" тигән байрам ойошторҙо.

 Ауылды яңғыратып байрамға саҡырып күңелле көйҙәр  уйнап торҙо. Мәҙәниәт йорто ишек алдында өҫтәл әҙерләнеп, ҡайнап торған самауыр, йылы  ҡоймаҡ ҡуйылған өҫтәл ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды. Науруз  байрамына тип ауылдың өлкән апайҙары беренсе булып килде.

Байрам башында  мәҙәниәт хеҙмәткәре Лилиә Фәүзетдинова Науруз  байрамының килеп сығышын һәм уның мәғәнәһен аңлатты.

 Науруз  тураһында шиғырҙар яңғыраны. Фольклор коллективы «Яҙ » тураһында йыр йырлағанда байрамдың хужаһы Наурузбикә менән  Ҡыш бабай килеп кереп, матур теләктәр әйтеп, килгән ҡунаҡтарҙы ҡотлағандан һуң, Наурузбикә менән Ҡыш бабай көс һынашырға булды. Сөнки Ҡыш бабайҙың үҙенең урынын Науруз  ҡыҙына бирәһе килмәй ине. Улар үҙҙәренә командалар йыйып алып, етеҙлек буйынса көс һынашты: ултырғысҡа баҫып,  ҡапсыҡ һуғышы, көйәнтә менән ҡапсыҡҡа ҡар тултырып йүгереү, табағас менән таба тотоп йүгереү, ҡулса   эсенә быйма бәреү, көстәрен үҙ-ара арҡан тартып һынаны. Ҡыш бабай матур теләктәрен әйтеп, хушлашып  китеп барҙы. Уйындарҙан һуң өҫтәл янында ҡайнар сәй, тәмле ҡоймаҡ,  халыҡ аштары көтә ине. Байрам һәр береһенең күңелендә һаҡланып ҡалырлыҡ булғандыр. Өлкән апайҙар йәшлектәренә ҡайтҡан кеүек булһа, балалар яңылыҡ, милли байрам  менән танышты.

Авторы: Гөлназ Ғәлләмова.

Науруз  байрамы  мөбәрәк  булһын!
Науруз  байрамы  мөбәрәк  булһын!
Науруз  байрамы  мөбәрәк  булһын!
Науруз  байрамы  мөбәрәк  булһын!
Науруз  байрамы  мөбәрәк  булһын!
Науруз байрамы мөбәрәк булһын!
Автор:
Читайте нас