Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Байрамдар
10 Март 2022, 06:49

Яҙ нимәнән башлана?

Әлбиттә, ҡышты оҙатыуҙан. Балтас районындағы реабилитация үҙәгендә Масленица байрамы гөрләп үтте.

Яҙ нимәнән башлана?Яҙ нимәнән башлана?
Яҙ нимәнән башлана?

Йылдың иң көтөп алынған, күңелле, “тәмле” байрамдарының береһе ул — Масленица. Асыҡ һауала балаларҙы һәм ҡунаҡтарҙы скоморохтар, Мәскәй әбей, Яҙһылыу, Ҡыш бабай, Масленица ҡаршы алды. Улар төрлө уйындар уйнатты, бейетте. Көндөҙгө йоҡонан һуң филиал ашнаҡсыһы балаларға табикмәк бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ҡыҙҙар үҙҙәре лә ҡоймаҡ бешереп ҡараны. Филиал хеҙмәткәрҙәре араһында ла хужабикәләр конкурсы ойошторолдо. Улар тәмле ҡоймаҡтар менән балаларҙы һыйланы.

 Байрам ойоштороу — балаларҙы халыҡ традициялары менән таныштырыу ғына түгел, реабилитация эшенең бер өлөшө. Бындай саралар балаға тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итә.

Йәмилә Ғарифуллина, социаль педагог.

Яҙ нимәнән башлана?
Яҙ нимәнән башлана?
Яҙ нимәнән башлана?
Яҙ нимәнән башлана?
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас