Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Байрамдар
7 Март 2022, 04:00

Әсә ҡосағының йылыһын тойоп

“Әсә ҡосағының йылыһы һәр балаға, нисә йәшкә етһә лә, үҙ аллы йәшәһә лә, кәрәк. Ата-әсә наҙын тойоп йәшәгән кеше бәхетле була”, — ти биш бала әсәһе Әлфинә Табилова. Балтас районы.

Әсә ҡосағының йылыһын тойопӘсә ҡосағының йылыһын тойоп
Әсә ҡосағының йылыһын тойоп

Биш балаһын һөйөп-наҙлап ҡына үҫтерә Әлфинә һәм Илдар Табиловтар. Улар 1997 йылда ғаилә ҡорған. Әлфинә Тәбрис ҡыҙы һөнәре буйынса парикмахер, Илдар Фәтхулла улы — водитель, электрик. Нөркә ауылында йәшәйҙәр, ниндәй эш бар, шуға тотоноп, сабыйҙарына лайыҡлы йәшәү шарттары тыуҙыралар. Ғаилә башлығы әлеге ваҡытта кирбес заводында эшләй. Әлфинә Тәбрис ҡыҙы мәктәптә йыйыштырыусы, балалар баҡсаһында кесе тәрбиәсе булып та эшләгән. Әлеге көндә уның ярҙамы бәләкәй улы Илнарға кәрәк, әсә кеше һәр минутын, йөрәк көсөн ғәзиз балаһын ҡарауға бағышлаған. Өлкән балаларын башлы-күҙле итеп тә өлгөргән Табиловтар. Диләрә машина төҙөү колледжында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡотҡарыусы һөнәрен алған, Штәнде ауылы егете Илгиз Вәлиев менән ғаилә ҡороп, үҙе Диана исемле ҡыҙ үҫтерә. Аида Туҡтай ауылы егете Константин менән ҡауышҡан, тиҙҙән колледж тамамлай, ашнаҡсы-кондитер һөнәренә эйә буласаҡ. Аида ла әсә булырға әҙерләнә. Табиловтарҙың улы Эльмар Нефтекама ҡалаһында күп профилле колледжда автомеханик һөнәрен үҙләштерә. Алина Нөркә урта мәктәбендә 7-се класта уҡый. Илнар — 4-се класс уҡыусыһы, ата-әсәһе, уҡытыусыһы Әлфиә Рамазанова ярҙамында белем ала.
Әлфинә Тәбрис ҡыҙы 2013 йылда “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Ул балаларының уңыштары, мәшәҡәттәре менән янып йәшәй, уларға ярҙамға һәр ваҡыт әҙер. Ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙемлеге менән дә балаларына үрнәк ул. Мәҙәниәт йорто эргәһендә эшләп килгән “Гөлбәзир” халыҡ фольклор ансамблендә йырлай, бейей, бер концерттан да ситтә ҡалмай. Спорт ярата. Район һабантуйҙарында йүгереү буйынса гел призлы урындар яулай Әлфинә Табилова. Төшөнкөлөккә бирелеп, ҡул ҡаушырып ултырыуҙы өнәмәй ул, донъя ауырлыҡтарын тормош иптәше, балалары менән берҙәм күтәреп, ҡыйынлыҡтарҙы бергә үткәреп, киләсәккә өмөттәр бағлап, ейәндәр һөйөп йәшәү хыялдары менән йәшәй.


Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Ғәзим Талипов фотоһы.

Әсә ҡосағының йылыһын тойоп
Әсә ҡосағының йылыһын тойоп
Автор:
Читайте нас