Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Байрамдар
23 Февраль 2022, 05:00

Бер ғаиләнең хәрби биографияһы

Фәүзетдиновтар нәҫеле ир-егеттәре ил алдындағы бурысты намыҫ менән үтәй

Бер ғаиләнең хәрби биографияһыБер ғаиләнең хәрби биографияһы
Бер ғаиләнең хәрби биографияһы

Түбән Ҡарыш ауылы егете Булат Фәүзетдинов 2018 йылдан алып Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә. Силәбе өлкәһе Сибәркүл ҡалаһында ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ менән бүләкләнгән 90-сы Витебск-Новгород гвардия танк дивизияһында МТЛБ водителе ул.
МТЛБ — иң яҡшы хәрби вездеход. Техника менән Булат Рәмил улы кесе йәштән таныш. Армия сафына юлланыр алдынан егет Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжын тамамлап, водитель-автомеханик һөнәренә эйә булған.
Атанан күргән уҡ юнған, тиҙәр. Техниканы һөйөү, армия хеҙмәтенә хөрмәт Фәүзетдиновтар ғаиләһендә үҫкән ир-егеттәрҙә йәштән тәрбиәләнә. Булаттың олатаһы Фәнис Абзал улы 1955-1958 йылдарҙа Тымыҡ океан флотында, штабта писарь булып өс йыл да дүрт ай хеҙмәт иткән. Улдары Винер, Владис, Рәмил — уның лайыҡлы алмашсылары. Винер Фәнис улы 1981-1983 йылдарҙа Свердловск өлкәһендә хәрби төҙөүсе булып хеҙмәт итә. Хәрби һәм сәйәси әҙерлектә күрһәткән яҡшы хеҙмәте, өлгөлө тәртибе, йәмәғәт эштәрендә әүҙемлеге өсөн частың байрағы алдында фотоға төшөү хоҡуғына эйә була. Ул фото ғаилә архивында ҡәҙерләп һаҡлана.
Владис Фәнис улы 1985-1987 йылдарҙа Афғанстанда интернациональ бурысын үтәй. Нефтекама нефть техникумының автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау факультетын тамамлап, ҡулына диплом алғандың икенсе көнөндә армия сафына алына егет. Башта Ҡаҙағстанда хәрби алымдарға өйрәтәләр, унан Афғанстанға күсерәләр.
БРДМ-2 разведка техникаһында башта пулеметсы, унан водитель булып ҡурҡыныс саҡрымдарҙы үтә Түбән Ҡарыш ауылы егете: хәрби запастар, яғыулыҡ материалдары, аҙыҡ-түлек тейәлгән машиналарҙы оҙата. Үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан саҡтары күп була уның. Әсәһе һәм атаһы — Сәхибә һәм Фәнис Фәүзетдиновтар ғәзиз улдары өсөн янып-көйөп күҙ йәшен аҙ түкмәгәндер. Ағайҙары артынан Совет армияһы сафына баҫҡан Рәмилде лә улар ғорурланып, имен хеҙмәт теләп оҙата. Сәхибә апай бөгөн дә ул саҡтарҙы йыш иҫкә ала, улдарын иҫән-һау ҡаршы алыуына һәм бөгөн ғаиләһенең хәрби тарихын ейәндәре матур дауам итеүенә ҡыуанып йәшәй.
Рәмил Фәүзетдинов 1988-1990 йылдарҙа Ашхабад ҡалаһында Рәсәй Эске эштәр министрлығы ғәскәрҙәрендә водитель булып хеҙмәт итә. Лилиә Солтанбәк ҡыҙы менән улар бер ҡыҙ һәм ике ул үҫтерҙе. Улдары ла, атайҙары, олатайҙары, ағайҙары өлгөһөндә илебеҙ алдындағы хәрби бурысты намыҫ менән үтәне. Алмаз Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының 12-се баш идаралығында, Хабаровск өлкәһендә ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итте, бүлексә командиры, кесе сержант.
Фәүзетдиновтар кесе улдары Булаттың хәрби хеҙмәтте төп һөнәре итеү ҡарарына ҡаршы килмәне. Ғаилә уны һағынып, егеттең ял ваҡыттарын көтөп ала, йә булмаһа, үҙҙәре Сибәркүлгә бара. Бындай рәхәт саҡтар йыш ҡабатланмай, әлбиттә, Булат төрлө күнекмәләр, акцияларҙа ҡатнашырға командировкаларға юллана. Ата-әсәһе, өләсәһе, туғандары, ауылдаштары сабыр доғала, изге теләктә булып, егеткә яуаплы хеҙмәтендә көс һәм түҙемлек бирә.


Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Балтас районы.
Һүрәттә: Фәнис, Винер, Владис, Рәмил, Алмаз  Булат Фәүзетдиновтар.

Бер ғаиләнең хәрби биографияһы
Бер ғаиләнең хәрби биографияһы
Бер ғаиләнең хәрби биографияһы
Бер ғаиләнең хәрби биографияһы
Бер ғаиләнең хәрби биографияһы
Бер ғаиләнең хәрби биографияһы
Бер ғаиләнең хәрби биографияһы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас