Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Байрамдар
29 Декабрь 2021, 06:09

Яңы йылға — матур бүләк

Балтас районындағы реабилитация филиалында яңы йыл бал-маскарады уҙҙы.

Яңы йылға — матур бүләкЯңы йылға — матур бүләк
Яңы йылға — матур бүләк

Байрам йола буйынса театрлаштырылған тамаша менән башланды: әкиәт геройҙары балалар менән бергә яуызлыҡҡа ҡаршы торҙо һәм, әлбиттә, еңеү яуланы. Телеграмма килтерелгәс, балалар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙы саҡырҙы. Ҡыш бабай байрам шыршыһында уттар ҡабыҙыуҙа ярҙам итте һәм балаларҙы яңы йыл әйлән-бәйләнендә өйрөлдөрҙө. Ҡыш бабай бүләктәр тапшырҙы.
Көндөң аяҙ тороуы Яңы йыл байрамын биҙәне. Әкиәт геройҙары, күңелле уйындар, йырҙар һәм бейеүҙәр балаларҙың күңеленә хуш килде. «Быйылғы йыл тормошобоҙға үҙгәрештәр индерҙе, әммә беҙ балаларыбыҙға ярҙам итеү мөмкинлеген таптыҡ», — тип билдәләне хакимиәт башлығы Илгиз Субушев. Район хакимиәтенән күптән көтөлгән бүләктәрҙе тапшырыу тантананың тамамланыуы булды.

 


Гөлназ Ғәлләмова.

Яңы йылға — матур бүләк
Яңы йылға — матур бүләк
Яңы йылға — матур бүләк
Яңы йылға — матур бүләк
Яңы йылға — матур бүләк
Яңы йылға — матур бүләк
Яңы йылға — матур бүләк
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас