Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
24 Декабрь 2021, 10:42

Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө

24 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө билдәләнә. Тап ошо көндө 1993 йылда республикабыҙҙың төп ҡануны  ҡабул ителә.

Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө
Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө

Тәүге тапҡыр ул республиканың үҙенең эсендә әҙерләнә. Бынан алдағы Конституциялар СССР һәм Рәсәй Конституцияларының һүҙмә-һүҙ ҡыҫҡартылған варианттары була.

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы төбәк биләмәһендә демократик хоҡуҡи дәүләттең һәм социаль йүнәлештәге иҡтисадтың нигеҙҙәрен нығыта.

Башҡортостан Конституцияһы нормаларына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай барлыҡҡа килә, Президентлыҡ институтын ойоштороуға нигеҙ һалына. Төп ҡанунды ҡабул итеү менән йәмғиәтебеҙ тормошона тәүге тапҡыр күп партиялылыҡ, ирекле һайлауҙар, Конституция суды, Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил, Контроль-иҫәп палатаһы кеүек төшөнсәләр үтеп инә. Республикала мировой судьялар институты ойошторолоп, уңышлы эшләп килә.

Әлеге иҫтәлекле көн уңайынан республикабыҙҙа төрлө саралар ойошторола:  уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында осрашыуҙар, "түңәрәк өҫтәлдәр" үткәрелә.

 

 

Фото: https://rbuaz.ru/news/news679/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө
Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө
Автор:
Читайте нас: