Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
14 Ноябрь 2021, 16:15

Иң алдынғылар тәбрикләнде

Балтас районында ауыл хужалығы эшсәндәрен һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләнеләр.

Иң алдынғылар тәбрикләнде
Иң алдынғылар тәбрикләнде

Күтәренке кәйеф, яҡты йөҙ, ҙур теләк менән килделәр ауыл хужалығы эшсәндәре байрамға. Шулай булырға тейеш тә: тәбиғәт үҙенең көйһөҙлөгө менән уларҙың рухын нисек кенә һындырырға тырышмаһын, маҡсатына ирешә алмай. Бындай һынауҙарға баҫыу батырҙары үҙҙәренең оҫталығын, ергә тоғролоғон, ныҡышмалылығын ҡаршы ҡуйып, матур һөҙөмтәләргә өлгәшә.Район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев ауыл хужалығы эшсәндәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, йәнә бер төркөм алдынғыларға район хакимиәтенең дипломдарын һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.Район Мәҙәниәт һарайы артистарының сағыу сығыштары байрамға биҙәк өҫтәне һәм һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Гөлназ Ғәлләмова.

Иң алдынғылар тәбрикләнде
Иң алдынғылар тәбрикләнде
Иң алдынғылар тәбрикләнде
Иң алдынғылар тәбрикләнде
Иң алдынғылар тәбрикләнде
Читайте нас: