Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
4 Ноябрь 2021, 16:30

Хәтер стелаһына сәскәләр һалдылар

Бөгөн Асҡын ауылында Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеү сиктәрендә Хәтер стелаһына сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. #Беҙберҙәм#Мыедины  

Хәтер стелаһына  сәскәләр  һалдылар
Хәтер стелаһына сәскәләр һалдылар

Тантанаға йыйылыусылар алдында Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов сығыш яһаны.

«Был байрам Тыуған илгә булған һөйөүебеҙҙе, Ватаныбыҙ бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған ата-бабаларыбыҙ өсөн ғорурлыҡты кәүҙәләндерә, Рәсәй дәүләте ҡеүәтенең символы булып тора. Халҡыбыҙ иң ауыр һынауҙарҙы ла, берҙәмлек, батырлыҡ һәм илһөйәрлек күрһәтеп, еңеп килгән. Халыҡтар берҙәмлеге – беҙҙең көсөбөҙ! Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең дә тап берҙәмлек көсө менән яуланғаны һәр беребеҙгә билдәле.
Киләсәктә лә тыуған республикабыҙ һәм районыбыҙ тотороҡло үҫеш, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡ өлгөһө булһын!
Халыҡтар берҙәмлеге көнө оло әһәмиәткә эйә, ул дуҫлыҡҡа өндәй, йәштәрҙе илһөйәрлек һәм гражданлыҡ рухында тәрбиәләй, быуындар бәйләнешен нығыта”, - тине Динис Рәдис улы.

Наилә Имаева.

 

 

Хәтер стелаһына  сәскәләр  һалдылар
Хәтер стелаһына  сәскәләр  һалдылар
Хәтер стелаһына  сәскәләр  һалдылар
Хәтер стелаһына  сәскәләр  һалдылар
Хәтер стелаһына сәскәләр һалдылар
Читайте нас: