Бөгөн Бөтә донъя ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө билдәләнә. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө тураһында тәҡдим 1995 йылда Пекинда уҙған Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы конференцияһында индерелә. 2007 йылда байрам халыҡ-ара ойошманың Генераль Ассамблеяһында рәсми раҫлана. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары Ер шары халҡының дүрттән бер өлөшөнән күберәк тип иҫәпләнә.
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының көндәлек тормошона һоҡланмау мөмкин түгел! Улар донъя көтә, бала тәрбиәләй, ирҙәренә яғымлы ҡатын да, ҡулдарында ут уйнатҡан өлгөр һәм уңған хужабикә лә.
Бөгөн ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын матур байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ғаилә усағын һүндермәй, ауыл тормошона йәм һәм ҡот өҫтәп йәшәүҙәрен теләйбеҙ.