Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Октябрь 2021, 09:05

Байрамың менән, Башҡортостаным!

Ҡышлауйылға урта мәктәбендә Республика көнө алдынан бик матур һәм фәһемле саралар ойошторалар.

Байрамың менән, Башҡортостаным!
Байрамың менән, Башҡортостаным!

 

 

Ҡышлауйылға урта мәктәбендә Республика көнөн ҙур әҙерлек менән ҡаршы алалар. Һәр класта Башҡортостан Республикаһы символикаһына арналған берҙәм дәрестәр үтә. Уҡыусылар гүзәл республикабыҙға арнап шиғырҙар ятлай, йырҙар йырлай, һүрәттәр төшөрә.

Ҡул эштәре оҫтаһы Ильвера Ҡәҙим ҡыҙы Хәбибуллина ауыл мәҙәниәт йорто методисы Радик Хәлфәт улы Ғатин менән берлектә уҡыусылар өсөн башҡорт биҙәүестәрен эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә. Был сара ла бик мауыҡтырғыс һәм фәһемле була.

Ҡышлауйылға урта мәктәбе коллективы барыһын да Республика көнө менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерә.

Наилә Имаева.

 

Байрамың менән, Башҡортостаным!
Байрамың менән, Башҡортостаным!
Байрамың менән, Башҡортостаным!
Читайте нас: