Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Октябрь 2021, 11:00

Башҡортостан — тыуған ерем

Асҡын ауылының «Күк сәскә» балалар баҡсаһында   Республика көнөнә арналған сағыу байрам үтте.  

Башҡортостан  —  тыуған ерем
Башҡортостан — тыуған ерем

Башҡортостан Республикаһы Гимны  менән  башланған байрам илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән бик тә фәһемле була.  

Кескәйҙәр  тәрбиәсе апайҙары етәкселегендә республиканың гербы һәм флагы тураһында ла белгәндәрен иҫкә төшөрә.  

Милли кейемдәге башҡорт ҡыҙы (музыкаль етәксе Рушания Шәрәфетдинова) , Урал батыр ( логопед Зинфира Закирова), Гөлбикә (тәрбиәсе  Ынйы Юнысова), Урман бабай ( өлкән тәрбиәсе Фәридә Абдуллина) үҙҙәренең сығышы менән сараға тағы ла тылсымлы мөхит өҫтәй. Урал батыр үҙенең тылсымлы ҡурайы ярҙамында мөғжизәләр тыуҙыра. Мауыҡтырғыс сара барышында кескәйҙәр  үҙҙәренең һәләттәрен дә күрһәтә.


Башкортостан - тыуған ерем.

 Әсәйемдәй берҙән - берем!

 Башҡортостан - минең Ватан

 Яратамын бала саҡтан!

Наилә Имаева.

Башҡортостан  —  тыуған ерем
Башҡортостан  —  тыуған ерем
Башҡортостан  —  тыуған ерем
Башҡортостан  —  тыуған ерем
Башҡортостан — тыуған ерем
Читайте нас: