

Асҡын районы район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан тәбрикләүҙәр менән үрелеп барған сағыу байрам концерты үтте.
Сараны район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов асты. Ул барыһын да ошо тантаналы һәм халҡыбыҙ, республикабыҙ өсөн иҫтәлекле һәм тарихи байрам менән тәбрикләне.
- Бай тарихҡа эйә булған республикабыҙ – илебеҙҙең алға үҫешкән алдынғы төбәктәренең береһе. Республикабыҙ йөҙҙән ашыу милләт берҙәм булып, дуҫ-татыу йәшәй. Бөгөн республикабыҙ юғары бейеклектәргә үрләп алға бара, илдең иң яҡшы төбәктәре араһында лайыҡлы урын биләй. Бында районыбыҙҙың да өлөшө ҙур. Райондың ыңғай үҫеш юлында булыуы – уның халҡының фиҙаҡәр хеҙмәт емеше. Бөтә йүнәлештәр буйынса республикала беҙ тотороҡло урынды биләйбеҙ. Асҡын районында яңы социаль объекттар төҙөлә, юлдар һалына, ауылдарға зәңгәр яғыулыҡ үткәрелә, ауыл хужалығында ла ыңғай үҙгәрештәр бар. Уларҙың хеҙмәте менән беҙ ғорурлана алабыҙ. Эшһөйр һәм тырыш халҡыбыҙ булғанда юғары уңыштарға ирешергә мөмкин. Район халҡы өсөн яҡшы шарттар булдырырға артабан да тырышасаҡбыҙ, -тине Динис Рәдис улы улы.
Байрам сараһында намыҫлы хеҙмәттәре һәм район тормошона лайыҡлы өлөш индереүсе бер төркөм хеҙмәт алдынғылары, мәҙәниәттә, спортта уңыш ҡаҙаныусылар район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Район Мәҙәниәт йорто артистары һәм һәүәҫкәрҙәре әҙерләгән байрам концерты ла һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Байрамда яңғыраған йырҙар, күңелле бейеүҙәр республикаға дан йырлап, асҡындарҙы яңы үрҙәргә, ҡаҙаныштарға дәртләндерҙе.
Наилә Имаева.