

Илмира Мулланур ҡыҙы Борай гимназияһында математика фәненән уҡыта, ул беҙҙең 6А класын етәкләй. Уҡытыусыбыҙ мөләйем, асыҡ йөҙлө, тыныс холоҡло, һәр уҡыусыға иғтибарлы. Уның күҙҙәрендә балаларға ҡарата йылылыҡ, һөйөү сағыла. Уҡытыусыбыҙҙың дәресе бик ҡыҙыҡлы үтә, уҡыусылар һәр көн яңы белемдәр туплай. Талапсан мөғәллимә төрлө алымдар менән шаян малай һәм ҡыҙҙарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Әгәр ҙә ниндәйҙер теманы аңламаһаҡ, нимәнелер дөрөҫ эшләмәһәк, яңынан аңлата. Ул беҙҙең икенсе әсәйебеҙ кеүек, хәлебеҙҙе көн дә белеп тора, проблемаларыбыҙ булһа, ярҙам итә. Беҙ уҡытыусыбыҙҙы ысын күңелдән яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ, тыңлашабыҙ, әйткән һүҙҙәрен, кәңәштәрен үтәргә тырышабыҙ.
Тормош үҙгәрә, һәр кемдең үҙ проблемаһы, үҙ донъяһы, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыусылар ҙа һирәк. Ә уҡытыусы кеше бер нәмәгә ҡарамай, бар көсөн балаларҙы уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә һала, уларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсә. Кешеләргә ярҙамсыл, бар яҡтан үҫешкән шәхес тәрбиәләргә тырыша. Илмира Мулланур ҡыҙы ла шундай оло йөрәкле, уҡыусыларын уңыштарға, яҡшы һөҙөмтәләргә дәртләндереүсе, төплө белем биреүсе уҡытыусы.
Ирина Ғаязова, Лиана Килмәтова, Борай Балалар ижады йортоноң “Йәш хәбәрселәр” берекмәһе ағзалары.