Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Байрамдар
5 Октябрь 2021, 04:20

Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!

Солтанбәк урта мәктәбенең  химия, биология уҡытыусыһы  Рәүзиә Мәүхәт ҡыҙы Суфиянова үҙенә иң яҡшы һәм матур сифаттарҙы  йыйған остаздарыбыҙҙың береһе.

Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!
Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!

 

Уҡытыусы! Ошо исемдән дә

Юғарыраҡ ниндәй исем бар?!

Күңелем тулы һиңә рәхмәтем бар,

Йырҙа әйтеп бөтмәҫ хисем бар.

(Р.Шаммас. “Уҡытыусыға”)

Уҡытыусы – ул иң бөйөк, иң күркәм, иң сабыр, ин гүзәл заттарҙың береһе, тип әйтһәм, һис тә ялған булмаҫ. Минеңсә – ул бөтә яҡшы сифаттарҙы үҙ эсенә алған. Сабыр, яғымлы, талапсан, ҡай сағында уҫал да. Ләкин ниндәй генә булһа ла, һәр уҡытыусы балаларҙың бәләкәй генә йөрәгенә ышаныс, ғәҙеллек, ихласлыҡ һалырға, уларҙы белем тауҙарына алып менергә тырыша.

Ошондай яҡшы, матур сифаттарҙы үҙенә йыйған минең дә иң яратҡан уҡытыусым бар. Ул Асҡын районы Солтанбәк ауылы мәктәбендә химия, биология фәндәрен уҡытыусы Рәүзиә Мәүхәт ҡыҙы Суфиянова. Ишекте асып балҡып дәрескә килеп кергән сағы бер ҡасан да онотолмаҫ. Яғымлы тауышы менән теманы аңлатып, унан һуң яйлап ҡына белемебеҙҙе тикшерә. Ҡыҙыҡлы, мәғнәле дәрестәре «һә» тигәнсе үтеп тә китә.

Беҙҙең йөрәктәрҙе яулап,  белем үрҙәренә алып барған, беҙҙә уҙ аллылыҡ, ихласлыҡ, фәнгә һөйөү, күңелебеҙгә ышаныс, сабырлыҡ һалған уҡытыусыма мин мәңге рәхмәтлемен. Беҙгә һалған көсө үҙенә артабан эшләргә, йәшәргә илаһи көс булып ҡайтһа ине.

Рәүзиә Мәүхәт ҡыҙы! Беҙ һеҙҙе ысын күңелдән хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ! Мәктәпте тамамлап сығып киткәс тә, һеҙ беҙҙең куңелдәрҙә яҡты нур, артабанғы яҙмышыбыҙға ҙур өлөш индереүсе булып ҡалырһығыҙ!

 Айһылыу Суфиянова, Солтанбәк урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы.

Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!
Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!
Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!
Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас