Йәнтөйәк
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Байрамдар
5 Октября 2021, 15:10

Байрам уңайынан

Бөгөн Балтас район Мәҙәниәт һарайында уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр.  

Байрам  уңайынанБайрам  уңайынан
Байрам уңайынан

 

Уҡытыусыларҙы һәм тәрбиәселәрҙе район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев ҡотланы. Алдынғыларға бүләктәр тапшырылды.

РФ Мәғариф министрлығы Маҡтау грамоталары менән - Рәзилә Вәлиева, Гөлнәзирә Имамова, Ирина Хәлитова, “РФ мәғариф һәм тәрбиә системаһы маҡтаулы хеҙмәткәре” тигән исем менән - Рәзилә Әминева һәм Рима Мансурова, БР Мәғариф һәм фән министрлығы Рәхмәт хаттары менән - Лариса Карамова, Руфина Субушева, Рима Сафина бүләкләнде.

Бер төркөм мәғариф алдынғылары район хакимиәте һәм мәғариф бүлеге Маҡтау грамоталары менән билдәләнде.

Район Мәҙәниәт һарайы артистары һәм һәүәҫкәрҙәре ҡатнашлығында уҡытыусыларға байрам концерты тәҡдим ителде.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

 

Байрам  уңайынан
Байрам  уңайынан
Байрам  уңайынан
Байрам  уңайынан
Байрам уңайынан
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас