Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Байрамдар
4 Октябрь 2021, 03:30

Ғүмер байрамың ҡотло булһын!

Хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ Илһөйәр Тәлғәт ҡыҙы Махатованы күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!  

Ғүмер байрамың ҡотло булһын!Ғүмер байрамың ҡотло булһын!
Ғүмер байрамың ҡотло булһын!


Үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыусы хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ, “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенең тәржемәсе-корректоры Илһөйәр Тәлғәт ҡыҙы Махатованы күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Илһөйәр Тәлғәт ҡыҙының Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә эш башлауына 18 йылдан ашыу ваҡыт уҙып китте. Ошо йылдар эсендә ул тырыш, намыҫлы хеҙмәте менән үҙ һөнәренең оҫтаһы итеп танытты үҙен. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла уны еренә еткереп башҡара, шуға ла етәкселек Илһөйәр Тәлғәт ҡыҙына иң яуаплы эштәрҙе лә ҙур ышаныс менән тапшыра.

Илһөйәр Тәлғәт ҡыҙы эшендә яуаплы хеҙмәткәр булһа, ғаиләһендә бар эшкә лә оҫта хужабикә, ире өсөн ышаныслы тормош иптәше, балалары өсөн хәстәрлекле әсәй, ата-әсәһе һәм ҡәйнә-ҡайнатаһы өсөн мәрхәмәтле, ярҙамсыл, һиҙгер йөрәкле ҡыҙ һәм килен, ә яҡындары өсөн туған йәнле, ҡунаҡсыл апай һәм һеңле.

Ҡәҙерле хеҙмәттәшебеҙ! Байрамың матур көндәр, изге хәбәрҙәр, шатлыҡлы яңылыҡтар ғына алып килһен. Бөгөнгө шат, сәләмәт, бәхетле йылмайыуың һине бер ҡасан да ташламаһын. Һәр саҡ шулай саф күңелле серҙәш, ярҙамсы хеҙмәттәш, үҙ һөнәрен яҡшы белгән хеҙмәт өлгөһө булы, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ. Сәләмәтлек, ғаилә бәхете, балалар ҡыуанысы, йән-тән тыныслығы ихлас күңелдән теләйбеҙ!

Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, ныҡлы һаулыҡ
Юлдаш булһын тормош күгендә.

Иң изге теләктәр менән “Йәнтөйәк” гәзите коллективы.

Ғүмер байрамың ҡотло булһын!
Ғүмер байрамың ҡотло булһын!
Ғүмер байрамың ҡотло булһын!
Ғүмер байрамың ҡотло булһын!
Ғүмер байрамың ҡотло булһын!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас