Йәнтөйәк
-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
14 Декабрь , 14:00

Телгә һөйөү тәрбиәләй

Ҡариҙел 2-се урта мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Дәүләтйәнова өсөн телде уҡытыу һөнәр генә түгел, ә тәрән белем, үҙ эшеңә һәм балаларға ҡарата һөйөү, ҙур тырышлыҡ талап иткән булмыш ул.

Телгә һөйөү тәрбиәләй
Телгә һөйөү тәрбиәләй

— Башҡорт теле — аралашыу сараһы ғына түгел, ә башҡорт халҡының һоҡланғыс мәҙәниәтен, фольклорын һәм традицияларын, тотош милләттең асылын, йәшәйешен сағылдыра. Хәҙерге заман шарттарында, күп телдәргә юғалыу ҡурҡынысы янағанда, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мөһим мәсьәлә булып тора. Ошо өлкәлә эшләгән уҡытыусы тел мөхитен формалаштырыуҙа һәм балаларҙа туған телгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай, — ти Эльмира Йәмил ҡыҙы.
Эльмира Дәүләтйәнова Унлар ырыуы башҡорттары йәшәгән Яҡуп ауылында тыуған. Бирелә белем алған, бәләкәйҙән уҡытыусы булып уйнап, ошо һөнәргә тартылған. 1990 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға ингән. Вузды тамамлағандан һуң йәш белгесте Яңы Бәрҙәш мәктәбенә эшкә ебәрәләр, унан һуң Шамрат мәктәбендә биш йыл уҡыусыларға башҡорт теленән белем бирә. Ә 2003 йылдан Ҡариҙел 2-се урта мәктәбендә эшләй.
Уҡытыу дәүерендә Эльмира Йәмил ҡыҙы үҙен тырыш, үҙ фәнен яҡшы белгән, ижади уҡытыусы итеп танытты. Һәр дәресе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле. Дәрестәр яҡшы йыһазландырылған кабинетта үтә. 2010-2011 уҡыу йылында ул район конкурсында “Иң яҡшы башҡорт теле кабинеты” булараҡ еңеү яуланы.
— Дәрестәрҙә балаларҙың телмәрен һәм ижади һәләттәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирәм, — тип һөйләй һәләтле уҡытыусы. — Һәр баланы шәхес итеп күреп, уның фекеренә ҡолаҡ һалам, башланғыстарын хуплайым, шулай уҡ балаларҙа изгелек, дуҫлыҡ, тирә-яҡҡа ихтирамлы ҡараш тәрбиәләргә тырышам. Уҡыусыларым йыл да яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, район һәм республика конкурстарында, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай. Мәҫәлән, Салауаттың шиғри мираҫын һөйләүселәр конкурсында Илнара Харисова 1-се дәрәжә дипломант булды. Ә уҡыусыларҙың “Совенок” фәнни-ғәмәли республика конференцияһында ул Гран-при яуланы. Инсаф Ғәлләмов М. Аҡмулла ижадына арналған “М. Аҡмулла һүҙе” халыҡ-ара конкурсында 3-сө дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Лиана Ҡыямова башҡорт теленән республика олимпиадаһында өсөнсө урын яуланы. Дилә Дәүләтйәнова уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса олимпиадаһының төбәк һәм республика этаптарында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте, ә “Тикшеренеү — белем алыу методы” Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында сертификат алды һәм уның мәҡәләһе йыйынтыҡта баҫылып сыҡты. Лиана Әбүбәкерова — Аҡмулла олимпиадаһы, Регина Атнасурина һәм Алһыу Низаметдинова — “Мостай уҡыуҙары” ғәмәли конференцияһында, Элина Дәүләтйәнова “Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының теле һәм мәҙәниәте” республика фестиваль-конкурсында призер булды.
Эльмира Дәүләтйәнова дәрестәрендә традицион булмаған алымдар, заманса технологиялар ҡуллана. Уҡыу-тәрбиә процесында фәнни принциптарға, күргәҙмәлелеккә таяна. Ул шулай уҡ проект, проблемалы, тикшеренеү алымдарын һөҙөмтәле файҙалана. Ижади эшләүсе уҡытыусы башҡорт теле дәрестәренә шағирҙар ижады, Ҡариҙел районы башҡорттары теле, ауыл исемдәре буйынса байтаҡ презентациялар әҙерләгән. Ул үҙенең бай тәжрибәһе менән мәктәп һәм район уҡытыусылары араһында уртаҡлаша. Һуңғы дүрт йылда Ҡариҙел 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһен етәкләй. Район методик берекмәләрендә, август кәңәшмәһендә телде үҫтереү һәм популярлаштырыу темаларына сығыш яһай.

 


“Эльмира Йәмил ҡыҙы — ижади шәхес, педагог-тикшеренеүсе. Системалы эш, яңылыҡҡа ынтылыу, даими рәүештә үҙенең оҫталығын, белемен арттырыу һөҙөмтәһендә ул “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең йыл уҡытыусыһы” конкурсында ла уңышлы сығыш яһаны һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы дипломы менән бүләкләнде”, — тип фекерҙәре менән бүлеште Урғыш урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Диләрә Садирова.


Эльмира Йәмил ҡыҙы класс етәксеһе булараҡ, балалар менән дә ҙур тәрбиәүи эш алып бара, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Педагог ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, халыҡ менән рухи үҫеш, телде һәм мәҙәниәтте популярлаштырыу буйынса төрлө саралар ойоштора.
— Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — ул ябай педагог ҡына түгел, ә милли рухты һаҡлаусы, тарихҡа, традицияларға хөрмәт һәм һөйөү тәрбиәләүсе, — тип иҫәпләй Эльмира Йәмил ҡыҙы. — Беҙҙең эш киләсәк быуын өсөн әһәмиәтле, сөнки нәҡ тел уҡытыусылары телгә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләй. Ошо һөнәрҙе үҫтерергә, уҡытыусыларға уңышлы эш өсөн шарттар тыуҙырырға, кәрәкле ресурстар менән тәьмин итергә кәрәк. Башҡорт телен һаҡлау — ул башҡорт теле уҡытыусылары бурысы ғына түгел, ә бөтөн йәмғиәткә ҡағылышлы.
Был һоҡланғыс уҡытыусы менән әңгәмәләшкәндән һуң, ысынлап та, яратҡан эшең булыу ҙур бәхет икәнен аңлайһың. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн ул байтаҡ Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Мәктәп директоры Илдус Харипов Эльмира Йәмил ҡыҙына хас һөнәри оҫталыҡты, яуаплылыҡты, командала эшләй белеүҙе билдәләй. Нәҡ ошоноң өсөн дә уны бәлки “Остаз” республика конкурсында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары командаһына индергәндәрҙер. Унда Ҡариҙел командаһы “Атайсалға хеҙмәт итәм” визиткаһын, “Педагогик хазина” оҫталыҡ дәресен һәм “Этно-квиз” уйынын уңышлы тәҡдим итеп, өсөнсө урын яулай.
30 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә Эльмира Дәүләтйәнова бик күп уҡыусыларҙы уҡытып сығарған. Уҡыусылар тормошта үҙ урынын тапһа, яратҡан һөнәрен һайлаһа, уҡытыусы өсөн иң ҡыуаныслыһы шул, тип иҫәпләй ул.


Зөлфирә Сәфәрова.

Ҡариҙел районы.

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: