Йәнтөйәк
-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
14 Декабрь , 11:00

Мәңге йәшә, туған телем!

14 декабрь — Башҡорт теле көнө. Был иҫтәлекле дата 2019 йылда башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тарафынан раҫлана. Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Башҡорт теле көнө уңайынан Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында белем алыусы телһөйәр йәштәр менән әңгәмәләштек.

Мәңге йәшә, туған телем!
Мәңге йәшә, туған телем!

– Мәғлүм булыуынса, башҡорт теле көньяҡ, көнсығыш һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттарынан ғибәрәт. Һуңғы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтендә диалект һүҙҙәрҙе йыш осратырға мөмкин. Һеҙҙең быға ҡарашығыҙ нисек?
Мансур Шакиров, II курс: — Әҙәби телдә диалект һүҙҙәрен ҡулланыу, әлбиттә, башҡорт теленең төрлөлөгөн һәм байлығын күрһәтеүҙең яҡшы ысулы тип уйлайым, сөнки диалект һүҙҙәре беҙҙең телде байыта ғына. Әммә ләкин, һәр нимәнең алтын уртаһы булғандай әҙәби тел диалекттан өҫтөн булырға тейеш.
– Һеҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен һайлағанһығыҙ. Мәктәптә практика үткән ваҡытта әсә телен уҡытыуҙа ниндәй ауырлыҡтар осраны?
Алһыу Хәмәтшина, IV курс: — Төп ҡыйынлыҡтарҙың береһе — ҡайһы бер уҡыусыларҙың дәрескә битараф булыуы, ҡыҙыҡһынмауы. Шулай уҡ заманса уҡытыу материалдары һәм ресурстар етмәү ҙә белем биреү процесын ҡатмарлаштыра. Бынан тыш, балаларҙың күпселеге төрлө әҙерлек кимәленә эйә, был иһә индивидуаль ҡараш һәм өҫтәмә ваҡыт талап итә.
– Һеҙҙеңсә, башҡорт телен һаҡлауҙа, үҫтереүҙә белем биреү учреждениеларының роле ниндәй?
Алһыу Хәмәтшина, IV курс: — Әлбиттә, белем биреү учреждениелары төп ролде уйнай. Улар телде өйрәтеү менән генә сикләнмәй, уҡыусыларҙың милли үҙаңын да тәрбиәләй. Әйткәндәй, беҙҙеңсә, башҡорт телен уҡытыу мауыҡтырғыс һәм һөҙөмтәле булһын өсөн милли педагогикаға таянып эшләнгән дәрестәрҙе һәм дәреслектәрҙе яңынан мәктәптәргә ҡайтарыу мөһим.
– Арабыҙҙа «Һомай» аҡыллы колонкаһы тураһында ишетмәгәндәр юҡтыр. Һеҙҙеңсә, был зирәк колонка йәштәр араһында башҡорт телен популярлаштырыуға йоғонто яһармы?
Аделина Шәмсиева, III курс: — Эйе, бындай заманса технологиялар телде өйрәнеүгә ылыҡтыра ала, тип уйлайым. Бынан тыш, колонка арҡылы мәғлүмәт алыу, башҡорт телендә күңел асыу мөмкинлеге ыңғай тәжрибә булдыра һәм йәштәрҙе телде әүҙем ҡулланыуға алып килә. Технология менән өҙлөкһөҙ эш итеү шулай уҡ яңы һүҙҙәрҙе өйрәнеүҙә ярҙам итәсәк, һөҙөмтәлә ул йәштәр араһында телдең киңерәк таралыуына һәм нығыныуына килтерер, тип өмөт итәбеҙ.
– Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ туған телендә аралашҡан йәштәрҙең кәмеүе күҙәтелә. Һеҙҙеңсә, башҡорт телен йәштәр араһында модалы итеү өсөн ниндәй саралар күрергә мөмкин?
Мансур Шакиров, II курс: — Заман менән бергә атлап, социаль селтәрҙәрҙә йәштәрҙе аралашыуға йәлеп итеү өсөн башҡорт телендә динамикалы контент, шул иҫәптән видеоблогтар һәм музыкаль проекттар булдырыу мөһим. Башҡорт мәҙәниәтенә арналған мәҙәни саралар һәм фестивалдәр ойоштороу тел менән бәйләнеште нығытырға ярҙам итәсәк. Телде өйрәнеүҙе интерактив һәм мауыҡтырғыс иткән ҡушымталарҙы һәм уйындарҙы үҫтереү ҙә мөһим.
– Күп телле йәмғиәттә башҡорт теленең ролен нисек күрәһегеҙ? Туған телде белеү донъя кимәлендә ниндәй өҫтөнлөктәр бирә?
Аделина Шәмсиева, III курс: — Башҡорт теле, башҡа туған телдәр кеүек үк, күп телле йәмғиәттә мөһим роль уйнай. Ул аралашыу сараһы ғына түгел, ә башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын һәм үҙенсәлеген сағылдыра. Туған тел милли үҙенсәлекте һаҡларға һәм традицияларҙы киләсәк быуынға тапшырырға мөмкинлек бирә, тип уйлайым.
Туған телебеҙ киләсәге өсөн янып йәшәгән рухлы йәштәргә рәхмәт. Телебеҙ мең-мең йылдар аша, һынауҙарға бирешмәй, ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү тарихын, йыр-моңон, ижадын түкмәй-сәсмәй беҙҙең көндәргә еткергән. Беҙҙең бурыс уны өйрәнергә, белергә, һаҡларға, яҡларға, популярлаштырырға һәм киләсәк быуынға тапшырырға.


Илшат Ҡазыханов.

Бөрө районы.

Автор:
Читайте нас: