Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт рухын һаҡлаусылар

Ҡариҙелдә үткән республика фестивалендә сығыш яһаны

Башҡорт рухын һаҡлаусылар
Башҡорт рухын һаҡлаусылар

Ҡариҙел районында ҙур ваҡиға — республикала тәүге тапҡыр “Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының мәҙәни кодтары” исемле фестиваль үтте. Был проект республика райондарының мәҙәниәт өлкәһендәге төп бренд сараһы булып тора. 

Фестивалде Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Ҡариҙел районы хакимиәте ойошторҙо. Сара Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың фольклорын өйрәнеүгә, тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә, шулай уҡ республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгенең халыҡ ижадын һаҡлауға, пропагандалауға, һөнәрселек һәм йолаларҙы һаҡлаусы таланттарҙы асыҡлауға, уларға ярҙам итеүгә, тәжрибә уртаҡлашыуға йүнәлтелгән. Уның сиктәрендә “Аллы-гөллө алъяпҡыс” этнографик алъяпҡыстар, авторлыҡ этнографик уйынсыҡтар тегеүселәр күргәҙмә-конкурстары, “Ҡариҙел балығы” бәйгеһе, “Иң тәмле бал” күргәҙмә-йәрминкәһе һәм башҡа бик күп саралар үтте.
Байрам ике көн барҙы. Беренсе көн район Мәҙәниәт йортонда үтте һәм этнографик алъяпҡыстар тегеүселәргә бағышланды. Асҡын, Балтас, Балаҡатай, Дыуан, Иглин, Мәсетле, Мишкә, Нуриман, Ҡариҙел, Өфө райондарынан, Сибай ҡалаһынан, шулай уҡ Свердловск, Силәбе өлкәләренән һәм Пермь крайынан килгән оҫталар үҙ эштәрен тәҡдим итте.
Конкурсты асыу тантанаһында Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, шулай уҡ конкурс комиссияһы ағзалары — йырсы, БР-ҙың М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, жюри рәйесе Венер Камалов, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәгенең филология фәндәре докторы Нәркәс Хөббөтдинова, “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһының мәҙәни мираҫты һаҡлау бүлеге начальнигы Айгөл Камалиева, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының ижтимағи-сәйәси программалар редакцияһының өлкән мөхәррире Вәрисә Ниғмәтуллина һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, “Селтәр” башҡорт милли кейеме студияһына нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе Гөлгөнә Баймырҙина ҡатнашты.
Ҡул эше оҫталары жюри иғтибарына әсәйҙәренән, өләсәйҙәренән, хатта ҡарт өләсәйҙәренән мираҫ итеп тапшырылған боронғо алъяпҡыстарҙы тәҡдим итте. Ҡайһы бер кейем өлгөләренә йөҙ йылдан ашыу икән.
Ә һуңынан гүзәл заттар үҙҙәренең ерлектәренә хас өлгөләрҙе файҙаланып башҡарған үҙ эштәрен күрһәтте. Ә сигеү буйынса үткәрелгән оҫталыҡ дәресендә техника, тиҙлек, еп һәм энә менән оҫта эш итеү баһаланды.
Был конкурста жюри бер тауыштан Балаҡатай районынан Сәйҙә Әхтәмованы Гран-приға лайыҡ тип тапты. Ул Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин ҡулынан диплом һәм 40 мең һумлыҡ сертификат алды.
Фестивалдең икенсе көнө “Яр буйы” паркында үтте. Бында район территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың милли ихаталары урынлашҡайны, авторлыҡ этнографик уйынсыҡтар, ағас әйберҙәр конкурс-күргәҙмәләре, шулай уҡ сувенир продукцияларын һатыу ойошторолдо.
Был конкурста Ҡариҙел, Дыуан, Балтас, Өфө, Мишкә, Асҡын райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан 35 оҫта ҡатнашты. Улар шәхси һәм коллектив эштәрен күрһәтте. Уйынсыҡтар төрлө техникала эшләнгәйне: ағасҡа һырлап эшләү, ептәрҙән һәм үләндәрҙән үреү, туҡыма һәм башҡа материалдарҙан. Тәҡдим ителгән һәр эш халыҡ рухын һәм мәҙәни традицияларын сағылдырҙы. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Өфө районынан Лилиә Таһирова еңеүсе булды.
Ҡариҙел йылғаһы буйында “Ҡариҙел балығы” конкурсында ҡатнашыусылар палаткаларын ҡорҙо, ә арыраҡ умартасылар бал һәм умартасылыҡ продукцияһын күргәҙмә-һатыуҙы ойошторҙо. "Иң яҡшы балыҡ өҫтәле" тип Дамир Хәмәтов етәкселегендәге Иҫке Балтас командаһы танылды, улар район һыу ятҡылыҡтарында йәшәгән балыҡтарҙың төрлөлөгөн күрһәтте.
— «Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының мәҙәни кодтары» — конкурс ҡына түгел, ә халҡыбыҙҙың тарихын һәм традицияларын иҫкә төшөрөү һәм һаҡлау, йәштәрҙең иғтибарын халыҡ ижадына һәм мәҙәниәтенә йүнәлтеү мөмкинлеге лә, — тине фестивалдә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин. — Башҡорт мәҙәниәте һәм сәнғәте бай һәм һоҡланғыс, ул халыҡтың тарихын һәм традицияларын сағылдыра, биҙәүестәр эшләү, сигеү һәм һырлау кеүек һөнәрҙәрҙә сағыла. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған был кәсептәр мәҙәни мираҫыбыҙҙың мөһим өлөшө булып тора. Башҡорт мәҙәниәте һәм сәнғәте сәскә атһын, үҫешһен, хәҙерге заманда үҙенең үҙенсәлеген һәм әһәмиәтен һаҡлап ҡалһын.
Фестиваль урындағы үҙешмәкәр артистарҙың һәм халыҡ коллективтарының, шулай уҡ район ҡунаҡтарының сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Байрамдың был өлөшөн боронғо риүәйәтте кәүҙәләндергән театрлаштырылған композиция асты. Унда боронғо бәһлеүән Урал үҙенең йыш бәхәсләшкән ҡыҙҙарын иреккә сығарып, уларҙың үҙҙәрен нисек тотоуын күҙәтеүе һүрәтләнә. Ә һуңынан ҡыҙҙарҙың береһен изге күңелле булғаны өсөн Ағиҙел тип атай (Ағиҙел йылғаһы), ә икенсеһенә — ҡаты холоҡлоһона Ҡариҙел (Ҡариҙел йылғаһы) тип исем бирә. Артабан концерт билдәле коллективтарҙың һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙың дәртле йырҙары һәм рухлы бейеүҙәре менән дауам итте.

Лилиә Бәҙретдинова.

 

Башҡорт рухын һаҡлаусылар
Башҡорт рухын һаҡлаусылар
Башҡорт рухын һаҡлаусылар
Башҡорт рухын һаҡлаусылар
Башҡорт рухын һаҡлаусылар
Башҡорт рухын һаҡлаусылар
Башҡорт рухын һаҡлаусылар
Башҡорт рухын һаҡлаусылар
Башҡорт рухын һаҡлаусылар
Башҡорт рухын һаҡлаусылар
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: