Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Һомай” башҡортса өйрәтә

“Аҡыллы” колонка уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә ҙур ярҙамсы буласаҡ

“Һомай” башҡортса өйрәтә
“Һомай” башҡортса өйрәтә

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан туған телебеҙҙе популярлаштырыу йәһәттән бик күп эштәр башҡарыла. Интернет селтәрендә төрлө мобиль ҡушымталар барлыҡҡа килде, балалар өсөн уйындар булдырылды,  БашҡортСофт онлайн-тәржемәсеһе бар. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙырыу акциялары, онлайн-олимпиада, башҡорт телен һанлаштырыу һәм башҡалар – былар барыһы ла һуңғы биш йылда уңышлы тормошҡа ашырылған проекттар. Улар ҙур команданың эш һөҙөмтәһе. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. БР Башлығы Хакимиәте, республика Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары ла был йүнәлешкә ҙур булышлыҡ итә. Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында әллә күпме эштәр бойомға ашырыла.

“Һомай” исемле “аҡыллы” колонка тураһында күптәрҙең ишеткәне барҙыр. Ул  — башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән иң күләмле һәм уңышлы проекттарҙың береһе. Был проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. “Аҡыллы” колонканың авторы —  башҡорт егете Айгиз Рәжәп улы  Ҡунафин.

  • Был күләмле проект өҫтөндә 11 кеше эшләйбеҙ. Идеяны тормошҡа ашырғансы күп ваҡыт һәм көс һалынды. Тел моделен камиллаштырыу, тауыш яҙҙырыу, телмәр синтезы, тауышты тексҡа әйләндереүҙең сифатын яҡшыртыу, колонканың корпусын, тышҡы биҙәлешенең дизайнын әҙерләү һәм башҡалар – былар барыһы ла бер көнлөк кенә эш түгел. “Һомай” башҡорт һәм рус телдәрен аңлай, бер телдән икенсеһенә тәржемә итә, һорауҙарға яуап бирә, музыка һәм әкиәттәр тыңлата. Әммә иң мөһиме — ул теләһә ниндәй йәштә башҡорт телен еңел өйрәнеүгә булышлыҡ итә.

 Уның ярҙамында өлкәндәргә лә, балаларға ла башҡорт телен өйрәнеүе бик еңел буласаҡ. “Һомай” бигерәк тә тәрбиәселәргә һәм уҡытыусыларға туған телебеҙҙе өйрәтеүҙә ҙур ярҙамсы буласаҡ, тип уйлайбыҙ. Әлегә мәктәптәргә һәм баҡсаларға 200-ләп колонка тапшырҙыҡ. Улар әлегә тест режимында эшләй. “Аҡыллы” колонка нигеҙендә яһалма интеллектлы чат-бот ята.  Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр колонканың уңайлы яҡтары, йәки етешһеҙлектәре тураһында яҙып бара һәм беҙгә хәбәр итә. Беҙ ошоларҙы күҙ уңында тотоп, камиллаштырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. “Һомай” һәр ғаилә өсөн дә ҙур ярҙам буласаҡ. Һуңынан һатыуға сығара башларға ла ниәтләйбеҙ. Беҙ ошо проектыбыҙ аша заманса алымдар һәм технологиялар ярҙамында туған телдә уҡытыу һәм тәрбиә биреү процесын ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итергә тырышабыҙ,  — тип һөйләне проект етәксеһе Айгиз Рәжәп улы. 

Әлегә “ Һомай”-ға эйә булғандар уның ыңғай яҡтарын ғына билдәләй. Улар колонканың тәрбиә биреү эшен ҡыҙыҡлыраҡ итергә булышлыҡ итер, ә балаларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу уятыр, тигән  фекерҙә.

Илһөйәр Махатова.

Фотолар Интернет селтәренән алынды.

“Һомай” башҡортса өйрәтә
“Һомай” башҡортса өйрәтә
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: