Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн һәм оффлайн форматта уҙғарыла. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр өсөн М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө фән һәм технологиялар университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында, Башҡортостандың Милли музейында, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа, “Йәшлек House” йәштәр йортонда, Ә.З.Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Өфө күп профилле һөнәри колледжында, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында төп майҙансыҡтар ойошторола.
Шулай уҡ акцияның рәсми сайтында https://bashdictant.ru/ 11 апрелдән 26 апрелгә тиклем һәр кем үҙенең оффлайн майҙансығын теркәй ала. Ә диктантты яҙырға теләүселәр 12 апрелдән 26 апрелгә тиклем кәрәкле майҙансыҡты һайлап теркәлеү үтергә тейеш.
2024 йылдың 27 апрель көнө 11:00 сәғәттә (Өфө ваҡыты) «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, акцияның рәсми сайтында, акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәре сәхифәләрендә дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:
сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 12:00-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
сәғәт 12.05-нән сәғәт 12.30-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға [email protected] йәки телеграмма-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot 2024 йылдың 29 апреле 23:59 сәғәткә (Өфө ваҡыты буйынса) тиклем ебәрергә кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта диктантты 2024 йылдың 29 апрель 23:59 сәғ. тиклем https://bashdictant.ru/ рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (https://vk.com/bash_tv , https://vk.com/bash_fond) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.
Акцияла ҡатнашыусыларҙың эштәрен тикшергән экспертҡа кандидаттар 2024 йылдың 11 апреленән 18 апреленә тиклем киләһе һылтанма буйынса мотлаҡ теркәлеү процедураһын үтергә тейеш: http://bashdictant.ru/. Талаптар буйынса, экспертҡа кандидат булырға теләүсенең дәүләт өлгөһөндәге документ менән раҫланған педагогик йәки филологик белеме, күрһәтелгән өлкәлә ике йыллыҡ эш стажы булырға тейеш.
Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк.
Акция ҡатнашыусыһы булып енесенә, расаһына, милләтенә, теленә, сығышына, матди һәм вазифа хәленә, йәшәгән урынына, дингә мөнәсәбәтенә, инаныуҙарына, йәмәғәт берекмәләренә инеү-инмәүенә, шулай уҡ башҡа хәлдәргә ҡарамаҫтан һәр кеше ҡатнаша ала.
Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.