Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
9 Август 2023, 14:25

Таныш булығыҙ – Каролина!

Фотолағы ҡыҙсыҡ – ике йәш тә дүрт айлыҡ ҡына Айсилә Ишбулатова. Ул Әбйәлил районының Ишҡол ауылында йәшәй. Бәләкәс кенә булһа ла, бигерәк уңған ҡыҙ ул Айсилә. Ағаһы Арсен менән ярыша-ярыша ата-әсәһенә ярҙам итә. Иң яратҡан эштәренең береһе – ошо ҡолонсаҡты ашатыу.

Таныш булығыҙ – Каролина!
Таныш булығыҙ – Каролина!

- Быйыл яҙ ҡолонлаған мәлдә бейәбеҙ үлде. Беренсе көндән "Каролина" тигән ҡушамат алған ҡолондо үҙебеҙ ашатабыҙ. Балалар бик ихлас ярҙам итә. 11 йәшлек Арсен улыбыҙ, Каролинаны бер кемгә лә бирмәйем, үҙем эйәрләйем, тип уның ҙурайғанын көтөп йөрөй.

Каролинаны ете тапҡыр ашатабыҙ. Башта һыйыр һөтөнә һыу, шәкәр, йомортҡа ҡушып туҡлыҡлы һөт эсерә инек, хәҙер быҙауҙар өсөн махсус эшләнгән кипкән һөт бирәбеҙ. Каролина имеҙсеген таный. Өй стенаһына туҡылдатһаң, шунда уҡ ашарға килеп етә. Иң яратҡан аҙығы – рафинадланған шәкәр. Хәҙер өйҙән бер телем шәкәрһеҙ сығырмын тимә: йүгереп килеп һорана башлай. Шәкәрһеҙ сыҡһаң, үпкәләп, терһәкте семетеп тешләп ала, - тип һөйләй балаларҙың әсәһе Айгөл апай.

Ишбулатовтарҙың унлаған аты бар. Улар йылҡысылыҡ менән биш йыл самаһы шөғөлләнә. Каролинаның яҙмышы аяныслы хәл менән башланһа ла, фотолар һәм видеоларға ҡарап, уның әле бик бәхетле йәшәп ятҡанын күрәбеҙ.

Арсен менән Айсилә иһә ат ярыштарын ҡарарға ярата һәм ошо аҙнала Баймаҡ районының Граф күле буйында үтәсәк “Башҡорт аты” фестиваленә барасаҡтар. Әйткәндәй, фестивалдә 12 августа иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем балалар майҙансығы эшләйәсәк. Унда башҡорт халыҡ уйындары, спорт ярыштары, бейеү флешмобы үтәсәк. Әүҙем малай һәм ҡыҙҙарҙы иҫтәлекле бүләктәр көтә.

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Йәншишмә

Таныш булығыҙ – Каролина!
Таныш булығыҙ – Каролина!
Автор:
Читайте нас: