Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
8 Август 2023, 15:32

11-13 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында икенсе «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә көтәбеҙ!

Сара республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттар һанын арттырыу һәм популярлаштырыу өсөн үткәрелә.

Фестиваль программаһы бай. Беренсе көндә, 11 августа (йома) ат спорты ярыштарының һайлап алыу турҙары үтәсәк. 12 август (шәмбе) - фестивалдең төп көнө. Был көндө ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар өсөн сағыу саралар ойошторола, уларҙа төп фигура - башҡорт аты буласаҡ.
Бәйгелә еңеүсегә төп бүләк – автомобиль! «Ауҙарыш» (аттарҙа көрәш), «Ылаҡ» (аттарҙа команда уйыны) милли спорт төрҙәре буйынса ярыштар, төп бүләк - миллион һум). «Тай-тулак» (һыбайлылар чемпионаты), йәйәү һәм атта сабып барған килеш уҡтан атыу.
Төрлө тоҡомло аттар күргәҙмәһе. Ҡымыҙфест, унда республиканың шифалы эсемлек етештереүселәре ярышасаҡ, теләгән һәр кем һәм ҡунаҡтар башҡорт ҡымыҙы менән һыйлана ала.
11 һәм 12 августа баш ҡала ҡунаҡтарын башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары һәм саҡырылған артистар ҡатнашлығында мәҙәни программа көтә: Фидан Ғафаров, Вилдан Яруллин, Рәсүл Ҡарабулатов, Марсель Ҡотоев, Артур Туҡтағолов, Зәйнетдин һәм башҡалар!
Фестивалдә шулай уҡ фәнни программа ҡаралған. «Йылҡы үрсетеү һәм йылҡысылыҡ продукцияһын эшкәртеү проблемалары» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. Спикерҙар булып Дағстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Азербайжан, Ҡырым, Ҡырғыҙ, Чечен республикалары һәм башҡа төбәктәр вәкилдәре сығыш яһай.

Ҡунаҡтар өсөн фестиваль майҙансығында сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы һәм бушлай парковка ойоштороласаҡ.
Фестиваль барышында балалар өсөн интерактив уйындар, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрынан спектакль, милли уйындар һәм спорт ярыштары - «Суҡмар ырғытыу», «Таш кутәреү» (ташты күтәреү), «Тартыш» (күсереү), «Таяҡ тартыу» (мас-рестлинг), «Көрәш», «Ҡымыҙ милеге» “Тарт-эт” кеүек уйындар уҙасаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән түбәндәге һылтанмығы инеп танышырға була: https://bashkort-aty.ru.

Автор:
Читайте нас: