Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
5 Июль 2023, 10:09

Рухлы бала шундай була!

Телһөйәр уҡыусылар ижади конкурстан еңеү менән ҡайтты

Рухлы бала шундай була!
Рухлы бала шундай була!

Дыуан районының Арый ауылында төбәктең күркәм ул һәм ҡыҙҙары йыйылды. Бында өсөнсө тапҡыр “Мин — башҡорт балаһы” балалар-үҫмерҙәр ижады асыҡ фестиваль-конкурсы ойошторолдо.

Үҫеп килгән быуынды башҡорт теле менән ҡыҙыҡһындырыу, телде үҫтереү һәм һаҡлау, уларҙы мәҙәниәтебеҙҙең һәм сәнғәтебеҙҙең гүзәл өлгөләре менән таныштырыу, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау конкурстың төп маҡсаттарының береһе булды. Һәм, әлбиттә, ул Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылына бағышланды. Быйыл был мәртәбәле бәйге өсөнсө тапҡыр үтте һәм унда Салауат, Мәсетле, Дыуан райондарынан барлығы 14 бала ҡатнашты.
Беҙҙең район да был саранан ситтә ҡалманы. Ҡариҙел ауылы күп функциялы клубында шөғөлләнгән Алһыу Низаметдинова һәм Илнур Вәлиев бәйгелә ҡатнашырға теләк белдерҙе. Остаздары Зилә Фәйзелғаян ҡыҙы Рәхмәтова уларға матур конкурс программаһын өйрәтте.
— Был сара балаларға бик оҡшаны, ундағы башҡорт мөхите беҙҙе шул тиклем рухландырҙы. Балаларыбыҙ тик башҡорт телендә генә барған һөйләште, йыр-моңдо, бейеүҙәрҙе, фольклор үрнәктәрен ишетеп-ҡарап ҡайтты. Киләсәктә яңы ижади эштәре менән был конкурсҡа тағы барырға ниәтләнеләр, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Зилә Фәйзелғаян ҡыҙы.
Алһыу менән Илнур бәйгелә күңелле таҡмаҡтар менән сығыш яһай, моңло итеп ҡумыҙҙа ла уйнап күрһәтә.
Өфө тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Фәнирә Фәсхетдин ҡыҙы Ғайсина, Дыуан районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Лариса Реваль ҡыҙы Ишмөхәмәтова, Дыуан районының крайҙы өйрәнеүсеһе Нәйлә Сәйфетдин ҡыҙы Абдуллина составындағы жюри конкурсанттарҙы төрлө йәш кимәле буйынса баһалай. Һөҙөмтәлә, Алһыу менән Илнур 1-се урын яулай. Афарин, илһөйәр һәм телһөйәр уҡыусыларыбыҙ!

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел районы.

Рухлы бала шундай була!
Рухлы бала шундай була!
Автор:
Читайте нас: