Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
13 Май 2023, 09:00

Тел һаҡсыларына гранттар биреләсәк

213 ойошманан дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар тәҡдим ителгән. 

Тел һаҡсыларына гранттар биреләсәк
Тел һаҡсыларына гранттар биреләсәк

2023 йылдың 10 майында Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтарының туған телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидиялар формаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамланды.

Конкурсты республика Башлығы гранттары фонды дүртенсегә уҙғара. Быйыл социаль йүнәлешле ойошмалар рекордлы әүҙемлек күрһәткән – конкурсҡа 213 ғариза ҡабул ителгән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 54,35%-ҡа күберәк, 2022 йылда 138 проект булған. Һоралған дөйөм сумма 292 миллион һум тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта конкурстың бюджеты ни бары 50 миллион һум. Был конкурстың ихтыяжлы булыуын һәм ҡатнашыусыларға ярайһы уҡ ҙур көнәркәшлек шарттарында эш итергә тура килеүҙе раҫлай.

Конкурста башҡа төбәктәрҙән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа ҡатнаша ала, тик уларҙың проекттары Башҡортостандан ситтә башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән булырға тейеш. Мәҫәлән, быйыл конкурсҡа илебеҙҙең 9 төбәгенән (Свердловск, Силәбе, Ҡурған, Һамар һәм Ырымбур өлкәләренән, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мари Иле Республикаһынан һәм Мәскәү ҡалаһынан) 27 ғариза килгән.  Әйтергә кәрәк, былтыр Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 8 проект еңеүсе булған.

Проекттарҙың иң популяр тематикаһы - «Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәләрендә, шулай уҡ РФ территорияһында башҡорт телен пропагандалау һәм танытыу». Был йүнәлештә 79 проект ҡабул ителгән.

Конкурс еңеүселәре 2023 йылдың 17 июленән дә һуңға ҡалмайынса иғлан ителәсәк.

Әлеге ваҡытта Фонд йәштәр сәйәсәте өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарының киләһе конкурсына ғаризалар ҡабул итә. Унда Башҡортостан биләмәһендә теркәлгән ойошмалар ғына ҡатнаша ала. Конкурс шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Фондтың сайтында танышырға мөмкин.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 
https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2023-05-12/tel-a-sylaryna-granttar-birel-s-k-3256160
Тел һаҡсыларына гранттар биреләсәк
Тел һаҡсыларына гранттар биреләсәк
Автор:
Читайте нас: