Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
5 Март 2023, 09:00

ИҒТИБАР: яңы бәйгебеҙ – “Моңло сәңгелдәк”

Һәр кем бала сағында сәңгелдәктә тирбәлеп, әсәһенең моңло бишек йырын тыңлап үҫкән. Башҡорт халҡында сабый тыуыу менән өй түренән урын алған сәңгелдәк изге ҡомартҡы һаналып, быуындан-быуынға тапшырыла килгән. Бер бишектә ғаиләләге бөтә бәпестәр ҙә бәүелгән. Балалар үҫеү менән, сәңгелдәк йәнә лә үҙенең илаһи мәлен көткән...

ИҒТИБАР: яңы бәйгебеҙ – “Моңло сәңгелдәк”
ИҒТИБАР: яңы бәйгебеҙ – “Моңло сәңгелдәк”

Унда сәңгелдәп үҫкән сабый сәләмәт, тыныс, ҡурсаулы булған. Сөнки ата-бабаларыбыҙ Йыһан тирбәлешен бик нескә тойоп, баланы уның тулҡынына көйләү яйын белгән. Бөгөнгө заман ғалимдары ла ошо хаҡта йыш һүҙ алып бара. Әле лә сәңгелдәк көнитмешебеҙҙә ҡәҙерләп һаҡлана, бигерәк тә уға бәйле хәтирәләр ғәзиз.
‼‼Тап ошоно иҫәпкә алып, “Башҡортостан ҡыҙы” “Моңло сәңгелдәк” бәйгеһен иғлан итә.‼‼
Унда ҡатнашыу өсөн ошоғаса башҡа баҫмаларҙа, шулай уҡ Интернет селтәрендә донъя күрмәгән сәңгелдәк хаҡында хәтирәләр, видеояҙмалар, фотоһүрәттәр ҡабул ителә. Өйөгөҙҙә һаҡланған сәңгелдәктә кемдәр үҫкән, улар кем булып киткән? Был сабыйҙарҙы бәүеткәндә әсә ниндәй бишек йырҙыры көйләгән? Сәңгелдәккә бәйле бөтә иҫтәлектәрҙе беҙгә яҙып ебәрегеҙ.
✅Бәйге йыл дауамында барасаҡ, иң яҡшы публицистик әҫәрҙәр – журнал биттәрендә, видеояҙмалар социаль селтәрҙәге төркөмөбөҙҙә, рәсми сайтыбыҙҙа урын аласаҡ.
✅Йомғаҡлау һәм еңеүселәрҙе иғлан итеү декабрь айында күҙаллана.
🎁🎁🎁Призлы урындар яулағандарға ҡиммәтле бүләктәр ҡаралған.
✅Материалдарҙы редакцияға почта аша Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө һанлы йорт адресына йәки журналдың электрон почтаһына [email protected] ‼ “Моңло сәңгелдәк” бәйгеһенә” ‼тип билдәләп ебәрергә.

 

https://vk.com/wall-37933420_52588

ИҒТИБАР: яңы бәйгебеҙ – “Моңло сәңгелдәк”
ИҒТИБАР: яңы бәйгебеҙ – “Моңло сәңгелдәк”
Автор:
Читайте нас: