Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
1 Март 2023, 11:07

Йыр-моңға ғашиҡ ғаилә

Мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә сәмләнеп хеҙмәт итеүсе Рәзинә һәм Азат Фәйзуллиндар “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2023” республика конкурсының төбәк этабында 2-се урын яуланы.

Йыр-моңға  ғашиҡ ғаилә
Йыр-моңға ғашиҡ ғаилә

Мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә сәмләнеп хеҙмәт итеүсе Фәйзуллиндар ғаиләһе Асҡын ауылында йәшәй.
Икеһе лә ишле, бәхетле, мөхәббәтле ғаиләләрҙә үҫкән Азат менән Рәзинә үҙҙәре лә “Ныҡлы ғәилә – ил терәге” тигән девиз менән ғүмер итә. Ата-әсәләренең бай күңелле, ижад кешеләре булыуы был ғаиләнең дә ижади үҫешенә ҙур йоғонто яһай.
Фәйзуллиндар ғаиләһендә бер матур йола бар. Улар Яңы йыл тыуғас, туғандары, яҡындары менән йыйылышып йылды, нәҫел ептәрен барлай, шәжәрәләрен яңырта, бергәләшеп яңы йылға яңы пландар ҡора. Был сара тәмле аш, моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән дауам итә. Шәжәрә был йортта ҡәҙерләп һаҡланыла һәм быуындан- быуынға тапшырыла.
Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн төрлө наградалар һәм грамоталар алған Азат Ғәлимйән улы тап Асҡын районының таулы - урманлы, сәскәле болон - ҡырҙар менән уратып алынған, матур тәбиғәтле Ҡашҡа ауылында 1970 йылда уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килгән. Әйткәндәй, Азат Ғәлимйән улы етенсе быуын уҡытыусылар династияһы вәкиле. Бөгөнгө көндә Ҡашҡа ауылы урта мәктәбенең директоры вазифаһын уңышлы башҡара. Абруйлы етәксе булараҡ ауыл кешеләрендә ышаныс яулаған Азат Ғәлимйән улын бөтә ауыл халҡы тәрән хөрмәт итә.
Ҡабатланмаҫ моңло тауышы менән йыр һөйөүселәрҙең күңелен әсир иткән йырсы Рәзинә Хәтипйән ҡыҙы йырлы-моңло, ижади ғаилә мөхитендә үҫкән ҡыҙ. Ғаиләләге 3 ҡыҙ, 1 ул бөтәһе лә баянда уйнай, моңло йырҙар башҡара, сәхнә йондоҙҙары, халыҡҡа йыр-моң таратыусылар булып үҫә.
Фәйзуллиндар бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлай. Заманында гөрләтеп туйҙар үткәреп, йәшлектә ҡабыҙған ғаилә усаҡтарын һүрелдермәй ғүмер буйы һаҡлап килә улар. Улай ғына ла түгел, йыр – моңдары менән бер-береһен генә түгел, бөтә район халҡын ижад емештәре менән дәртләндереп йәшәй улар.
Көн һайын бер генә аҙым алға атлаһаң да, маҡсат иткән ереңә яҡыная бараһың, тигәнме әле бер аҡыл эйәһе? Шуның кеүек, йәштәрҙең тырышлығы һөҙөмтәһе булып, бер нисә йылдан иркен йорт ҡалҡып сыға. Егәрлелектәре менән дан алған, булдыҡлылыҡтары менән күптәргә үрнәк булып торған ғаилә ҡала шарттарына тиң өйҙә йәшәй. Йорт-ҡураны төҙөк итеп тотоу Азат ҡулында булһа, Рәзинә йорт-ихатаһын гөл-сәскәләр менән биҙәй, өйҙәренең нурлы, ҡотло булыуы тап уның эшһөйәрлегенә бәйле.
Моңға бай, күңелдәре матур, үҙҙәре уңған, абруйлы һәм хөрмәтле ғәиләлә мөхәббәт емештәре – өс балалары Динар, Айгөл, Мәрйәм донъяға килә. Иркәләнеп- наҙланып үҫә улар .
Динар бөгөн әрме хеҙмәтенән ҡайтып, алған һөнәре буйынса медбрат булып эшләп йөрөй. Айгөл дә ағаһы эҙҙәреннән киткән, ғүмерен медицинаға арнарға ҡарар ҡылған Айгөл, Красноуфим ҡалаһында медицина колледжында белем ала.
Иң бәләкәстәре Мәрйәм 4-се класс уҡыусыһы.
Ғаилә ҡороп, яҙмыш ептәрен бер-береһе менән бәйләгән парҙар күп, әммә сабырҙар, күңелдәрендә ихлас мөхәббәт хистәре йөрөткәндәр генә ныҡлы ғаилә төҙөп, ҡартлыҡтарын бергә ҡаршы ала.
Бәләкәй генә Мәрйәм “Сулпылар” республика телевизион конкурсында ҡатнашып, уңышлы сығыш яһаны. Ғаиләлә бөтәһе лә төрлө халыҡ уйын ҡоралында уйнай, моңло итеп йырлай. Ауыл, район сәхнәләрендә был ғаиләне тамашасы көтөп ала, алҡыштарға күмә. Рәзинә Фәйзуллина етәкләгән “Бөркөттәр” ирҙәр халыҡ вокаль ансамбле райондың визит карточкаһы булып тора . Коллективтың төп солистары –– Азат Ғәлимйән улы һәм улдары Динар.
Был рухлы ғаилә — халыҡ-ара һәм республика халыҡ байрамдары, фестивалдәре лауреаты. Тормошто йыр-моң менән биҙәп йәшәйҙәр, ата-бабалар йолаһын быуындан-быуынға тапшыралар. Бер - береһен ихтирам иткән, һөйгән, бергәләп ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан, бер - береһенә кәрәк булып йәшәгән, ғаилә усағын һүндермәйенсә, быуындар ебен тигеҙ тотоп, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүсе Фәйзуллиндар ауылда, районда үткән спорт, мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай. Уларҙы районда белмәгән, һоҡланмаған кеше юҡ. Азат Ғәлимйән улы районда үткән сараларҙы ла йыш ҡына алып бара, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, район ҡоролтайы башҡарма комитетының абруйлы ағзаһы.
Киң тормош даръяһында ел-дауылдар, яҙмыш һынауҙары ла булмай ҡалмай. Шул ташҡында аумай ҡалыр өсөн ғаиләлә елкән булырҙай ир, ә уның янында төплө, аҡыллы, сабыр ҡатын-ҡыҙ кәрәк. Фәйзуллиндар көслө тулҡындарҙы еңеп сыға алған, иңгә-иң ҡуйып үткән юлдары балалары,туғандары өсөн оло үрнәк.
Рәзинә менән Азат үҙҙәренең күркәм көнитмеше менән тыуған төбәген нурлы-ҡотло иткән, үҙ көстәре менән лайыҡлы донъя көткән, матур балалар үҫтергән, ауылға йәм һәм йән өргән Ҡашҡа ауылының абруйлы ғаиләләренең, һоҡланғыс парҙарының береһе.
“Ғаиләне һаҡларға, ҡурсаларға кәрәк. Барына шөкөр итеп, риза булып йәшәргә кәрәк. Йылдың бер көнөндә генә түгел, көн һайын иң күркәм ғаилә, иң өлгөлө халыҡ булып, барыһын һоҡландырып йәшәү – беҙҙең ғаиләнең төп маҡсаты” , — ти Азат Фәйзуллин.
Бына шундай ғаилә йәшәй Асҡын ауылында. Күңелдәре тулы моң, күҙҙәрендә һөйөү хисе балҡып торған , үҙҙәре матур һәм һөйкөмлө парҙың киләсәктә лә атыр таңдары яҡты һәм бәхетле булыр.


Фәйрүзә Юнысова

Йыр-моңға  ғашиҡ ғаилә
Йыр-моңға ғашиҡ ғаилә
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: