Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
3 Февраль 2023, 11:11

Ҡот һәм бәрәкәт милли кейем һәм биҙәүестәрҙә

Бөгөн район Мәҙәниәт йортонда   төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейемдәренә һәм биҙәүестәренә арналған  семинар уҙа.

Ҡот һәм бәрәкәт милли кейем һәм биҙәүестәрҙә
Ҡот һәм бәрәкәт милли кейем һәм биҙәүестәрҙә

Бөгөнгө сараның спикеры  —  “Тамға” студияһы етәксеһе ,   этнодизайнер, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейемен яңыртыу һәм өйрәнеү буйынса этнограф  Зөлфиә Рәшит ҡыҙы  Краснова.

Байрамдың  махсус  ҡунаҡтары “Киске Өфө” гәзите баш мөхәррире, республика ағинәйҙәрен етәкләүсе  Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева,  Туймазы районы биләмә-ара клуб системаһы директоры Гөлнар Йәүдәт ҡыҙы Сабирова  сығыш яһаясаҡ.

Сарала шулай уҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова, Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Хәмзә улы Ғәләүетдинов, район ағинәйҙәрен етәкләүсе Йәриә Ғафур ҡыҙы Ялалтдинова,  район башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, районыбыҙ ағинәйҙәре, башҡорт теле уҡытыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм бөгөнгө тема менән ҡыҙыҡһыныусы райондаштарыбыҙ ҡатнаша.

 Наилә Имаева.

 

Ҡот һәм бәрәкәт милли кейем һәм биҙәүестәрҙә
Ҡот һәм бәрәкәт милли кейем һәм биҙәүестәрҙә
Ҡот һәм бәрәкәт милли кейем һәм биҙәүестәрҙә
Ҡот һәм бәрәкәт милли кейем һәм биҙәүестәрҙә
Ҡот һәм бәрәкәт милли кейем һәм биҙәүестәрҙә
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: