Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
24 Ғинуар 2023, 19:15

Халыҡ кәсебе йәшәргә, ә яугирҙарыбыҙ ярҙамыбыҙҙы тойорға тейеш

Яңыраҡ ҡына ҡунаҡтар саҡырып, күркәм фольклор байрамы уҙғарған Ҡашҡалар кисә мәҙәниәт йорто фойеһына йөн иләү өмәһенә йыйылды.

Халыҡ кәсебе йәшәргә, ә яугирҙарыбыҙ ярҙамыбыҙҙы тойорға тейеш
Халыҡ кәсебе йәшәргә, ә яугирҙарыбыҙ ярҙамыбыҙҙы тойорға тейеш

Эшкәртелгән һарыҡ йөнөнән яуҙағы һалдаттарыбыҙға тағы ла ойоҡбаш-бейәләйҙәр, кейемдәр бәйләп ебәрәсәк әүҙемдәр. Ир-егеттәребеҙҙең аяҡ-ҡулдары өшөмәһен, ә йөрәк йылыбыҙ уларға рухи көс өҫтәһен, тип теләй ауыл халҡы.

🧶Шулай уҡ, боронғо кәсепте юғалтмау, ә киреһенсә, уны тергеҙеү һәм киләсәк быуынға тапшырыу маҡсатын да ҡуя Ҡашҡа уңғандары. Сөнки, элек-электән мал тотоп донъя көткән ерле халыҡ һарыҡ йөнөнөң дауалау көсөнә эйә икәнен белгән, уны ҡулланған. Йөрәк, тире ауырыуҙарын, тын юлдары һәм быуын сирҙәрен һарыҡ йөнө ярҙамында еңгән.

🤝Дуҫлы́ҡ һәм татыулыҡты юлдаш иткән Ҡашҡа халҡы ошондай өмәләрҙең берҙәмлекте тағы ла арттырасағына ышана, һәм изге ғәмәлдәр башҡарыуын дауам итә. Эштәрегеҙ бөгөнгө һымаҡ, көйлө-йырлы ғына барһын, ҡәҙерле ауылдаштар!

https://vk.com/wall-217813057_1824?w=wall-217813057_1824

Халыҡ кәсебе йәшәргә, ә яугирҙарыбыҙ ярҙамыбыҙҙы тойорға тейеш
Халыҡ кәсебе йәшәргә, ә яугирҙарыбыҙ ярҙамыбыҙҙы тойорға тейеш
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: