Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2022, 09:35

Ижади ҡарашлы уҡытыусы

“Федераль белем биреү стандарттарын тор­мошҡа ашырыу шарттарында, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу”ҙа һанлы белем биреү ресурстарын ҡулланыу, хәҙерге заман технологияларын файҙаланып, уҡыусыларға дәрес биреү, шул уҡ ваҡытта уҡыусыларҙың ҡулында төрлө гаджеттар булғанда туған телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу еңелдән түгел. Әммә заман менән йәнәш атлаған, һәр яңылыҡты ҡабул иткән, йәш быуынға төплө белем биреү өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән уҡытыусыларҙың уңыштары ла, һөйөнөстәре лә байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе — Алһыу Ҡәтифйән ҡыҙы Хәсәнова.

Ижади ҡарашлы уҡытыусы
Ижади ҡарашлы уҡытыусы

Алһыу Ҡәтифйән ҡыҙы 2006 йылдан алып Яңы Ҡаҙансы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
Уҡыусыларҙа башҡорт теленә, әҙәбиәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙы башҡорт телендә дөрөҫ һәм матур итеп һөйләшергә өйрәтеү, белемле, талантлы, рухлы шәхес итеп үҫтереү өсөн бөтә тырышлығын, һәләтен һала ул.
“Традицион дәрестәр уҡытып ҡына хәҙерге заман балаларында телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләп булмай. Уларҙы ҡыҙыҡтырырға, мауыҡтырырға, әүҙемлегенә ниндәйҙер бер йүнәлеш бирергә кәрәк. Уҡыусыларға туған тел нескәлектәренә, уның мәғәнә биҙәктәренә төшөндөрөү серҙәрен кластан тыш ойошторолған эштәр ярҙамында таптым. “Ынйы бөртөктәре” фольклор түңәрәге дәрестәремдең бер биҙәгенә әйләнде”, — тип тәжрибәһе менән бүлеште ижади эшләүсе уҡытыусы.
Олимпиадаларҙа, әҙәби-ижади конкурстарҙа, сәсәнлек бәйгеләрендә уҡыусыларының еңеүҙәргә ирешеүе нәҡ ижади эшләүсе уҡытыусының ныҡышмалы хеҙмәт емеше булып тора. “Һаумы, һаумы, әкиәт!”, “Башҡортостан ынйылары”, йәш сәсәндәрҙең “Урал батыр” эпосын ятҡа һөйләүселәр конкурстарында уның уҡыусылары һәр саҡ призлы урындар яулап, районыбыҙ данын күтәрә.
Егәрле уҡытыусы ғаиләһендә уңған хужабикә, хәстәрлекле әсә һәм һөйөклө ҡатын. Тормош иптәше Нурихан Ҡәҙим улы менән өс бала үҫтерәләр.
Ауыл тор­мошонда әүҙем ҡатнашып, туған телде пропагандалау буйынса бик күп эш башҡарған әүҙем йәмәғәтсе лә үҙе. Тырышлығы, уңғанлығы, илһөйәрлеге, телһөйәрлеге менән хеҙмәттәштәре, ата-әсәләр, ауыл халҡы һәм уҡыусылары араһында ихтирам яулаған ул. Эйе, уҡытыусы һөнәрен һайлап яңылышмаған Алһыу Ҡәтифйән ҡыҙы Хәсәнова.

Наилә ИМАЕВА.

Ижади ҡарашлы уҡытыусы
Ижади ҡарашлы уҡытыусы
Ижади ҡарашлы уҡытыусы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: