Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2022, 10:42

Бар яҡлап та һәләтле

Туған телде һаҡлау һәм үҫтереү бөгөн иң мөһим һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Районыбыҙҙа төп вазифаһы менән бер рәттән башҡорт телен үҫтереүҙә һәм пропагандалауҙа Гөлназ Ғәлләмова ҙур эш алып бара.

Бар яҡлап та һәләтле
Бар яҡлап та һәләтле

Гөлназ Әхтәм ҡыҙы 1981 йылдың яҙында Ишембай районының Кинйәбулат ауылында тыуған. 1998 йылда ауылындағы урта мәктәпте тамамлап, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы башҡорт республика мәҙәниәт техникумына юллана. “Социаль-мәҙәни эшмәкәрлек һәм халыҡ сәнғәте ижады” белгеслеген үҙләштереп, юллама буйынса Балтас район Мәҙәниәт һарайына эшкә килә. Ул 2008 йылдан алып “Гөрләүектәр” өлгөлө балалар бейеү ансамблен етәкләй. Ике төркөмдә малайҙар һәм ҡыҙҙар төрлө милләт һәм эстрада бейеүҙәрен теләп өйрәнә. Репертуарҙарында өс тиҫтәнән артыҡ бейеү бар. Улар төрлө дәрәжәлә үткән сараларҙа ҡатнаша, милли костюмдар тектереп, яңы композициялар уйлап сығара. Гөлназ Әхтәм ҡыҙының тәжрибәһе, һөнәри оҫталығы, ә иң мөһиме, балаларҙы яратыуы эшенең юғары дәрәжәлә башҡарылыуының нигеҙе булып тора.
Гөлназ Ғәлләмова, төп эшенән тыш, төрлө концерттар һәм ҙур тантаналар алып барыусы, конкурстар ойоштороусы булараҡ та райондаштары араһында танылыу һәм хөрмәт яуланы.
— Коллективыма, халҡыма кәрәкле кеше булып йәшәүе үҙе бер шатлыҡ. Кешеләр менән эшләү, яңы таланттарҙы сәхнәгә сығарыуҙан алған ҡәнәғәтлек хисе миңә тағы ла дәртләнеберәк эшләргә көс бирә, — ти ул.
Өлкәндәр өсөн “Дуҫлыҡ” бейеү коллективын да туплай һәләтле белгес. Төрлө ойошмалар, учреждениелар һәүәҫкәрҙәре менән бейеүҙәр өйрәнеп, төрлө фестивалдәрҙә сығыш яһайҙар. Шул уҡ ваҡытта ул үҙен театр өлкәһендә лә һынай: район мәғариф хеҙмәткәрҙәре менән Данил Сәлиховтың “Ҡыҙҙар ҡапҡаны” спектаклен сәхнәләштереп, “Иң яҡшы актерҙар ансамбле” номинацияһында еңеү яуланылар. Мәҙәниәт ирекмәндәре булараҡ, “Тамаша” республика театр коллективтары бәйгеһен, “Йәш килен” башҡорт килендәре этно-конкурсын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша.
Һәләтле кеше бар яҡлап та һәләтле, тиҙәр халыҡта. Был һүҙҙәр Гөлназ Ғәлләмова тураһында әйтелгән кеүек. 2016 йылда ул район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәренең беренсел профсоюз ойошмаһы рәйесе итеп һайлана.

Райондың мәҙәни тормошонан тыш район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы ла. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнаша. “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабын лайыҡлы ойоштороу өсөн дә янып көйә ул.
2020 йылда яңы проект — “Йондоҙло һуҡмаҡ” онлайн-бәйгеһен башлап ебәрә. Унда 300-ләп мәктәпкәсә йәштәге балалар ҡатнашты. Был проект йәш йондоҙсоҡтарға үҙҙәрен танытырға, һәләттәрен күрһәтергә яҡшы этәргес булды.
Гөлназ Ғәлләмованың башҡорт халҡының рухи-мәҙәни ҡиммәттәрен пропагандалауға, башҡорт телен, мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән өлөшө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары менән билдәләнгән. Уның тырыш хеҙмәте башҡа күп төрлө грамоталарға һәм Рәхмәт хаттарына ла лайыҡ була.
Гөлназ Әхтәм ҡыҙы һөйөклө тормош иптәше, уңған хужабикә һәм хәстәрлекле әсәй ҙә. 2001 йылда ул үҙе кеүек рухлы һәм талантлы ғаиләгә килен булып төшә. Тормош иптәше Айдар Наил улы ла мәҙәниәт юлын һайлаған, район Балалар сәнғәт мәктәбендә хореография уҡытыусыһы булып эшләй. Һәләтле ғаилә өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Улар ҙа баянда, гитарала уйнап, йырлап-бейеп үҫә. Оло улдары Эмиль Өфө авиация-техник университетында белем ала. Ул баян класын тамамлаған, гитарала һәм фортепианола уйнай. Данил Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжында белем ала. Ул да атаһынан гитара дәрестәре алған. Иҫке Балтас 1-се мәктәбендә уҡыған ҡыҙҙары Альбина ла ағалары кеүек йыр-бейеүгә оҫта. Балалар сәнғәт мәктәбендә баян класы буйынса өҫтәмә белем ала, шулай уҡ хореография менән дә шөғөлләнә. Ғәлләмовтар бергәләшеп район һәм республика кимәлендә үткән төрлө конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнаша.
Ата-әсә балаларының ижади һәләтен бәләкәйҙән үҫтерә. Яғымлы ҡараштары, йомшаҡ һүҙҙәре менән уларҙың үҙ-үҙенә ышанысын арттыра, күңелдәренә изгелек орлоҡтары һала, мәҙәниәтебеҙҙе, туған телебеҙҙең матурлығын тойорға өйрәтә.


Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.

Бар яҡлап та һәләтле
Бар яҡлап та һәләтле
Бар яҡлап та һәләтле
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: