Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
13 Ноябрь 2022, 11:14

Тиҙҙән - Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары съезы

Мөһим сараның маҡсаттары ниндәй?

Тиҙҙән - Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары съезы
Тиҙҙән - Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары съезы

Башҡортостандың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙарҙың абруйын күтәреү, улар ҡатнашлығындағы эштәрҙе әүҙемләштереү, халҡыбыҙҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау, үҫтереү, гүзәл зат вәкилдәре эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһен баһалау маҡсатында 8 декабрҙә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары съезын уҙғарырға йыйына.

Ойошма рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, республика райондарынан һәм ҡалаларынан делегаттар онлайн рәүештә ҡатнашасаҡ.

"Съезд сиктәрендә мәғариф, мәҙәниәт өлкәләре, дәүләт телдәрен өйрәнеү, йәш быуынды тәрбиәләү, халыҡ һаулығын һаҡлау мәсьәләләре тикшереләсәк. Шулай уҡ көн тәртибендә "Ҡатын-ҡыҙ — Милләт әсәһе" Бөтә Рәсәй проектын тормошҡа ашырыуҙы ойоштороу, яңы идара составын һәм Совет структураһын раҫлау, 2023 йылға эш планын ҡабул итеү бурысы тора", – тине Гөлнур Ҡолһарина.

Әлеге мәлдә съезды ойоштороу эштәре бара. Сара 8 декабрҙә 11.00 сәғәттә башланасаҡ.

Съезды ойоштороу тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныштырып торорбоҙ.

Фото Г. Ҡолһаринаның архивынан.

Автор:Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2022-11-13/ike-balany-r-m-it-ya-an-3027606
Тиҙҙән - Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары съезы
Тиҙҙән - Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары съезы
Автор:
Читайте нас: