Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
16 Сентябрь 2022, 16:49

Мостай Кәримдең шиғырҙары ҡумыҡ телендә баҫылып сыҡты

Махачкала ҡалаһында 700 дана тираж менән бөйөк башҡорт шағиры Мостай Кәримдең ҡумыҡ телендә «Гёнгюм - йырда...» («Күңелем — йырҙа…») тигән шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Был хаҡта даими авторобыҙ, ғалим Әхәт Сәлихов хәбәр итте.

Мостай Кәримдең шиғырҙары ҡумыҡ телендә баҫылып сыҡты
Мостай Кәримдең шиғырҙары ҡумыҡ телендә баҫылып сыҡты

Мостай Кәримдең шиғырҙарын башҡортсанан ҡумыҡ теленә Дағстан шағиры һәм журналисы, Рәсәй Журналистар һәм Рәсәй яҙыусылары союздары ағзаһы Баһауетдин Самадов тәржемә иткән. Ул Дағстандың Карабудахкент районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте бүлеген етәкләй.

Мостай Кәримдең шиғырҙары шулай уҡ төп нөсхәлә һәм рус теленә тәржемәлә бирелгән. Баш һүҙҙе Агарагим  Солтанморатов, баш мөхәрриребеҙ Гөлназ Ҡотоева, Әхәт Сәлихов һәм Григорий Адаров яҙған.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-09-16/mostay-k-rimde-shi-yr-ary-umy-telend-ba-ylyp-sy-ty-2953016
Мостай Кәримдең шиғырҙары ҡумыҡ телендә баҫылып сыҡты
Мостай Кәримдең шиғырҙары ҡумыҡ телендә баҫылып сыҡты
Автор:
Читайте нас: